Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 2-11-2014, 14:52 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Просмотров 1 101
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2014
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме:Моңло машина
Автор:Артур ВАСИЛОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Артур ВАСИЛОВ

Моңло машина

Таң иртәһе. Еңелсә генә ямғыр һибәләй. Ағас ботағында һоро түштәргә ҡушылып ҡарабаш турғайҙар йыр һуҙа. Аҫтараҡ ике ала ҡарға урынлашҡан. Ошо йәмле сутылдашыу араһында турғай балаһына ниндәйҙер яғымлы ят көй ишетелгәндәй була. Тауыш килгән яҡта, аҫта, ағас төбөнә туҡтаған иҫке генә машинаны күреп ҡала. Бына кем, яҡтыртҡыс фарҙарын уйнатып, ҡоштар йырына ҡушылған икән. "Пи-ип-пип...” тип йырланы машина. Бәләкәй турғай ҡарабаштарҙы эйәртеп, аҡ төҫтәге машинаға килеп ҡунды. ”Сирҡ-сирҡ” тине ҡарабаш турғайҙар. "Пи-ип-пип” тип "күҙ ҡыҫты” йырсы. "Сырҡ-сырҡ” тип ҡушылды турғай балаһы. Был күңелле йырға башҡа төҫтәге машиналар ҙа геүләште. Ә ҡарғалар иһә,ирәйеп китеп, яңы оркестрҙы тыңланы...

Ҡапыл ниндәйҙер ҡот осҡос йәмһеҙ тауыш килеп ҡушылды. Ҡошсоҡтар ағас башына нисек осоп менгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Хатта иҫке аҡ машина ла уларҙың артынан һикерә яҙҙы. Ҡалғандары иһә тауыш килгән яҡҡа ҡараны. Шул саҡ һуңғы рәттә,батҡыл ерҙә йөрөй торған ҙур машинаны күреп:

—Эй, дуҫ, нишләп шул саҡлы шаулайһың? —тиештеләр.

Уңайһыҙланып, тынып ҡалдған машина: "Минең дә һеҙгә ҡушылып йырлағым килә”— тине.

— Һин ошоно йыр тиһеңме? — тип һүҙгә ҡушылды уның өҫтөнә килеп төшкән ала ҡарға.

— Башҡаса йырлай белмәйем, тик минең дә ҡушылғым килә, һеҙҙең менән бик күңелле, — тине ҙур машина.

— Тырышһаң, килеп сығыр, — тип һүҙгә ҡушылды иҫке аҡ машина. — Әлегә тыңлап ҡына тор! — тине лә: "Пи-ип-пип” тип, йыр башланы. "Сирҡ-сирҡ” тип, ҡушылды ҡарабаштар, "би-ип-бип” тип, эләктереп алды ҡыҙыл машина, шунан инде "сырҡ-сырҡ” килеп һоро турғайҙар ҙа бейеште. Яйлап ҡына был хор машиналарҙан, ҡоштарҙан торған бер ҙур оркестрға әйләнде. Һәм бик матур көҙгө симфония башҡарҙы.

Иртәгәһен аҡ машинаның хужаһы ҡыҙын балалар баҡсаһына алып китте.Яндарында өйөрөлөп осҡан ҡоштарҙы күреп, ҡыҙсыҡ:

— Атай, ҡара әле, бөгөн беҙҙең машина ҡанатланып осҡан кеүек, еңел генә бара, — тине.

— Пи-ип-пип! — тип, ҡәнәғәтләнеп йыр һуҙҙы аҡ машина.

 

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА тәржемәһе.


(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар