Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 17-11-2014, 13:35 | Категория: Авторҙар / Китапхана

Просмотров 968
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2014
Рубрика:Авторҙар / Китапхана
Исеме:КӘЗӘ ЕЛӘН ТЕКТЕРӘ
Автор:Фәрзәнә ГӨБӘЙҘУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

Фәрзәнә ГӨБӘЙҘУЛЛИНА

 

КӘЗӘ ЕЛӘН ТЕКТЕРӘ

 

Әптелхәй ҙә еләнле,

Әптелгән дә еләнле,

Кәзә тора аптырап,

Өшөп дер-дер ҡалтырап.

 

Оҙаҡ тормай баш ватып,

Баҙарҙа ҡатыҡ һатып,

Әҙ-мәҙ йыйған, ти, аҡса,

Саҡ үлмәгән, ти, асҡа.

 

Шунан киткән баҙарға,

Тауар-маҙар барларға.

Бар туҡыма күк, һары,

Илле һум, ти, ни бары.

 

Кәрәк, ти, һигеҙ метр,

Бар аҡсаһын күрһәтеп,

Үҙ буй-һынын үлсәтеп,

Алмаҡ туҡыма һатып.

 

Һелкетеп ҙур һаҡалын,

Йыйып барлыҡ аҡылын,

Урай-урай баҡсаһын

Иҫәпләй, ти, аҡсаһын.

 

Йөрөй һаҡал һелкетеп,

— Уйла, Кәзә, ти, уйла,

Илле мәртәбә һигеҙ

Әйтсе, нисә һум була?

 

 


(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар