ӘПТЕЛХӘЙ ТУН ТЕКТЕРӘ
Просмотров 754
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2014
- Исеме:ӘПТЕЛХӘЙ ТУН ТЕКТЕРӘ
- Автор:Фәрзәнә ГӨБӘЙҘУЛЛИНА
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:
Фәрзәнә ГӨБӘЙҘУЛЛИНА
ӘПТЕЛХӘЙ ТУН ТЕКТЕРӘ
Цикл "Уйнап алайыҡ әле, һанап алайыҡ әле”
Иркә бесәй Әптелхәй
Тун тектерергә уйлай,
Тунға тире алырға
Ул баҙарҙарҙы буйлай.
Ҡытай баҙарында, ти,
Һаталар икән ебәк,
Төҫтәре лә, ти, сағыу,
Тик бик күп аҡса кәрәк.
Тунһыҙ ҙа йөрөрмөн, ти,
Тектерәйем бер елән,
Ҡунаҡҡа ғына кейеп
Матур булырмын гелән.
— Алһам, ти, ике метр,
Бер метр торһа йөҙ һум.
Әй Әптелхәй аптырай,
— Бары күпме була һуң?
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар