Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 10-11-2014, 13:50 | Категория: Авторҙар / Китапхана

Просмотров 848
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2014
Рубрика:Авторҙар / Китапхана
Исеме:ҠУЯН БАҠСА ҮҪТЕРӘ
Автор:Фәрзәнә ГӨБӘЙҘУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

 

Фәрзәнә ГӨБӘЙҘУЛЛИНА

ҠУЯН БАҠСА ҮҪТЕРӘ

Цикл "Уйнап алайыҡ әле, һанап алайыҡ әле”

 

Барыһы ла еләнле, тип,

Ҡуян йөрөй аптырап,

Алып булмай елән түгел,

Итеккә бер олтораҡ.

 

Ҡалдым, ти, үкенескә,

Берһе бирмәй үтескә,

Үҫтерһәм йәйен баҡса

Һатып эшләрмен аҡса.

 

Баҡса үҫтерә ҡуян,

Сәскән кишер, кәбеҫтә.

Түтәлен утап ҡуя,

Һәләк шәп икән эшкә.

 

Йөрөмәй аҙып-туҙып,

Эшләгән ең һыҙғанып,

Һыйлаған ул дуҫтарын,

Йөкләп кишерен ҡаҙып,

Йәлләп тормай ҡыҙғанып.

 

Яңы елән кейәм, тип

Үҙәктәре өҙөлә,

Иҫәп-хисап яғына

Ҡуян шәп, ти, үҙе лә.

Ун баш кәбеҫтә алған,

Бишәүен баҙға һалған,

Ҡалғанын өсәр һумдан

Һатырға алып барған.

 

Ҡуян еләнле булғас

Һоҡланған күрше-ҡара,

Күпме аҡса эшләгән,

Һин дә иҫәпләп ҡара.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар