Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-01-2015, 15:06 | Категория: Авторҙар / Хайуандар илендә

Просмотров 1 059
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2015
Рубрика:Авторҙар / Хайуандар илендә
Исеме:ОҘОНҒОЛАҠ ҠУЯН
Автор:Салауат КӘРИМ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат Ғарипов

 

 

 

Салауат КӘРИМ

ОҘОНҒОЛАҠ ҠУЯН

(хикәйә)

Атайым менән өләсәйем янына ауылға ҡайтып барабыҙ. Юлыбыҙ ҡалын ҡар ҡаплаған баҫыу эргәһенән үтә.

—Анауы ниндәй ҡош ул? — тип һораным атайымдан, һауала әйләнеп осоп йөрөгән ҡошҡа күрһәтеп.

— Бөркөт бит был! — Атайым берсә ҡыуанып, берсә ғәжәпләнеп ҡарап ҡуйҙы. — Был тирәгә ҡайҙан килеп сыҡты икән? Моғайын, берәй йәнлекте эләктерергә уйлайҙыр...

Теге ҡош шул мәл уҡ кеүек ергә атылды, күп тә үтмәне, яңынан күккә күтәрелде. «Килеп сыҡманы бөркөттөң һунары!» — Атайымдың ҡыуанғанын күреп, мин дә урынымда тыпырлап ҡуйҙым.

Беҙ бөркөт атылған урынға йүгерҙек.

— Атай, ҡара әле, ҡан...

— Тыныслан, улым, — атайым эштең ниҙә икәнен аңланы, буғай. — Хәҙер ярҙам итәбеҙ уға.

— Нимәгә?

—Бөркөт ҡуянға һөжүм иткән булырға тейеш. Бына ҡыуаҡ. Атайым шулай тине лә, ҡулы менән ҡарҙы таҙарта башланы. Күп тә үтмәне, ҡар өҫтө ҡалтыранып, һелкенеп ҡуйғандай итте.

— Бына ул, бөркөткә ҡаршы көрәшкән йәнлек! — Атайым көлөп ебәрҙе.

Оҙонғолаҡ ҡуян ул!

— Атай, әйҙә ауылға алып ҡайтайыҡ. Һарайҙа аҫрарбыҙ. Ә һауыҡҡас, яңынан урманға ебәрербеҙ, — тип әйтеп һалдым.

Атайым риза булды.

Беҙ өләсәйем янында ун көн йәшәнек. Ҡуян да теремекләнде. Хатта тауыҡтарҙан да ҡурҡмай хәҙер. Мин бесән алып кергәндә лә йәшеренмәй, текләп ҡарап ултыра.

Юлға йыйынғас, атайым:

— Азат, оҙонғолаҡ дуҫыңды ни эшләтәбеҙ һуң?

Яңы танышыма өләсәйем дә өйрәнгәйне инде. Шуға ҡуянды уның янында ҡалдырырға уйлағайным да:«Ата-инәһе үҙен юғалтҡандыр, өйөнә ҡайтарып ебәр, улым», — тине ул.

Дуҫым менән айырылышыуы ҡыйын булһа ла, алып сығып ҡарға баҫтырҙым. Оҙонғолаҡ хушлашырға теләнеме, әле былай, әле тегеләй һикергеләне лә, теге саҡта үҙен табып алған баҫыу яғына елдерҙе.

 


(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар