Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-04-2015, 19:19 | Категория: Авторҙар / Хайуандар илендә

Просмотров 980
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2015
Рубрика:Авторҙар / Хайуандар илендә
Исеме:Хайуандар донъяһында
Автор:Земфира СӘХИПОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Ҡәйүмова

 

 

Земфира СӘХИПОВА

Хайуандар донъяһында

 

Урман эсендә бәхәс:

Ҡайһы бәшмәк ағыулы?

— Уҡып ҡара, — ти терпе, —

Китаптан ал аҡылды.

 

Төлкө, төлкө — һары тун.

Тағы хәйлә ҡорҙоңмо?

Әтәс, тауыҡтар яғына

Мороноңдо борҙоңмо?

 

Һоро бүре көтөүгә

Һарыҡ һайларға килгән.

Ә көтөүсе эттәр уны

Тотоп кәрәген биргән.

 

Урман хужаһы, тигән

Даның сыҡҡан, арыҫлан.

Исемеңә — есемең:

Күренәһең алыҫтан...

 

Бәрәс инәһе янында,

— Мә лә мә, тигән була.

Һөтөн эсеп тамаҡ туйғас

Бейеп һикергән була.

 

Быҙау, быҙау, быҙауҡай,

Бигерәк матурһың ай-һай!

Тояҡтар ныҡлы ҡалай,

Маңлайыңда йондоҙ — Ай!

 

Хужа әтәс хужа инде:

Ғаиләһен ул ҡайғырта.

Бөртөк кенә ем тапһа ла,

Ҡошсоҡтарын саҡыра.

 

Инә тауыҡ һис бушамай

Йөн-мамығын таҙарта.

Себештәрен "көрт-көрт” килеп

Ем сүпләргә тарата.

 

Күркә күркәлеген итеп,

Гел ҡарап йөрөй үргә.

Йә, күркә, бик маһайма,

Элмә ҡатаңды түргә.

 

Көсөк бәләкәй булһа ла,

Үҙ этлеген күрһәтә:

Бесәйгә ҡарап өрә лә,

Әйҙә, тауыш күтәрә.

 


 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар