Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 2-04-2015, 19:26 | Категория: Тылсымлы һандыҡ

Просмотров 2 477
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2015
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ
Исеме:КӨЛӘМӘСТӘР
Автор:Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Артур Василов

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

КӨЛӘМӘСТӘР

 

* * *

 

 


Буранбай менән Илһам олатаһы янына умарталыҡҡа килделәр. Бабай үҙ алдына һөйләнеп: "Урман ситендәге умарталарыма айыу майы һөрткәндәр”, — тип көрһөндө. Малайҙар: "Ниңә уны һөртәләр икән?” — тип аптырап торғанда бер бал ҡорто "безләп” килеп Илһамдың танауына ҡаҙауын ултыртты. Ауыртыуға түҙалмаған малай: "Олатай, миңә лә айыу майы һөрт әле тиҙерәк, бәлки, улар беҙҙе саға алмай шыуып төшөрҙәр” — тип ҡысҡырҙы.

 

 

 

* * *

Быйыл беренселә уҡып йөрөгән Барыйҙы малайҙар ҡыҙыҡ итеп мәрәкәләйҙәр икән:

Ҡайҙа бараһың Барый?

Аяҡтарың бит арый,

Йөрө атҡа атланып,

Аяҡтарың шатланыр, — тип.

Ә Барый бер класташтарына, бер аяҡтарына аптырап ҡарай икән.

 


 * * *

Малайҙар мәсьәлә сисә. Береһе:

— Ҡуй, етәрлек баш ваттыҡ, әйҙә, ял итәйек, ти. Быны ишетеп торған һеңлеһе: "Башың бөп-бөтөн бит, бер ҙә ватылмаған” — ти аптырап.

 

 

 

* * *

— Балалар, йылы яҡтан тәү башлап ниндәй ҡоштар ҡайталар? — тип һорай уҡытыусы.

— Ҡара ҡарғалар, —ти Рәйес. —Тик улар ҡайталар ҙа "ҡар ҙа ҡар” килеп ҡышты эҙләп тик йөрөйҙәр, — тип яуаплай.

 

 

 


 * * *

— Ҡыҙым, башым әйләнеп китте, әйҙә, ял итеп алайыҡ! — ти өләсәһе ейәнсәренә.

—Өләсәй, башың урынында ул, әйләнмәй бит, — ти ҡыҙсыҡ.

 

 

* * *


Балалар бер-береһе менән: "Кем дә кем көслөрәк!” — тип һүҙ көрәштерә.

— Мин ҙу-ур машинаны бер ҡул менән генә этеп йөрөтә алам, — ти Ғаяз.

— Ә ми-н һинән дә көслөрәк, — ти Айсыуаҡ. — Мин тракторымды баш осонда күтәреп йөрөтә алам!

Дуҫтарын тыңлап торған Шамил һис тә аптырамай:

— Эй, шул да буламы көс. Бына мин, һеҙҙең машина менән тракторығыҙҙан "һә” тигәнсе ҙу-ур тау эшләй алам, — ти, шаяртып.

Бер ни аңламаған малайҙар: "Эй, маҡтанма, йә, күрһәт!” — ти сәмләнеп. Шамил тегеләрҙең ҡулдарынан уйынсыҡтарын ала ла ҡапма-ҡаршы килтереп һөҙөштөрә. Тәтәйҙәр китә сәселеп. Шунан уларҙы йыйып өйә лә: "Бына һеҙгә тау! Ышандығыҙмы инде” — ти, көлә-көлә.

Ә тегеләр асҡан ауыҙҙарын ябырға онотоп ҡатып ҡалалар...

(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар