Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 5-04-2015, 19:50 | Категория: Авторҙар / Яҙ

Просмотров 1 041
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2015
Рубрика:Авторҙар / Яҙ
Исеме:ЯҘ КИЛӘ
Автор:Хисмәт ЮЛДАШЕВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

Хисмәт ЮЛДАШЕВ

 

ЯҘ КИЛӘ

 

Яҙҙы көтөп талсыҡҡанмы,

Һынып ята талсыбыҡ.

Сыбыҡ ҡабып алған ҡарға

Ҡышты ҡыумаҡсы булып.

 

Сыбыҡтан ҡурҡып китергә

Бармай шул ҡыш ашығып.

Ҡарғаға оя ҡорорға —

Ҡарҙа ятҡан талсыбыҡ.

 

Ҡар өҫтөнә ямғыр яуа,

Ҡыш ҡыуыла ҡамсылап.

Хәҙер һыуҙар ташып инде —

Тормаҫ улар тамсылап.

 

Ҡаҙҙар ҡыуа бер ҡыҙыҡай,

Тотоп алып талсыбыҡ.

Яҙ килә, яҙ! Ҡояшлы яҙ!

Яҙға юҡ бер ҡаршылыҡ!

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар