Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 10-06-2015, 11:45 | Категория: Алтын бишек / Минең ғаиләм

Просмотров 879
"Аҡбуҙат"та баҫылған:06-2015
Рубрика:Алтын бишек / Минең ғаиләм
Исеме:Көйәнтәле ҡыҙ
Автор:Лиза ФӘТХУЛЛИНА
Район:Тәтешле
Ауыл:
Рәссам:

 

Көйәнтәле ҡыҙ

 

Оҫта ҡуллы күрше бабай

Көйәнтә бүләк итте.

Сәскәле көйәнтәм мине

Шишмәгә һыуға илтте.

Ҡайтып киләм, эйәрҙеләр

Ҡыҙығып ҡыҙ-малайҙар.

Сәсрәтмәгәс һыу тамсыһын,

Апайҙар ҙа маҡтайҙар.

Сәпәкләй-сәпәкләй ҡулын

Ҡаршы сыҡҡан әсәйем.

Яулығының осо менән

Күҙен һөртә әбейем.

Күргәндәре юҡмы әллә

Көйәнтәле баланы!

Рәхмәт инде, күрше бабай,

Беләктәрем талманы.

 

Лиза ФӘТХУЛЛИНА.

Тәтешле районы Үрге Тәтешле 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар