Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-06-2015, 13:30 | Категория: Авторҙар / Йомаҡтар

Просмотров 1 447
"Аҡбуҙат"та баҫылған:06-2015
Рубрика:Авторҙар / Йомаҡтар
Исеме:ЙОМАҠТАР
Автор:Рәдиф ТИМЕРШИН
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Ҡәйүмова

 

Рәдиф ТИМЕРШИН

ЙОМАҠТАР

Бал ҡортона бик оҡшаған,

Тик саҡһа, саға елле!

Шул бөжәктекеләй, тиҙәр,

Ҡыҙҙарҙың нәҙек биле.

(Һағыҙаҡ)

"Керпектәре” аҡтан да аҡ,

"Күҙе” алтындай һары,

Ул – сәскә. Быларға өҫтәп,

Шуны әйтәмен бары.

(Ромашка)

Кем ул ямғыр яуған һайын

Һөйөнә шулай?

Ул "зонтик” тотҡан берҙән-бер

Үҫемлек буғай.

(Бәшмәк)

"Атаһы” – ҡыҙған сағында,

Абау, ҡурҡыныс бик тә!

Ярай, "малайы” ҡотола

Менеп бейеккә – күккә,

Айырылып киткән ергә

Башҡаса төшмәй бер ҙә.

(Ут һәм төтөн)

Йә тәрән соҡор ҡаҙый ул,

Йә бейек өйөм өйә,

Төҙөүсөләр уны һөйә,

"Тимер бәһлеүән!” — тиә.

(Экскаватор)

Аңлатма: зонтик — ҡулсатыр

 

Ергә нығыраҡ бәргән һайын,

Бейегерәк һикерә.

Көсләп тултырылған һауа

Уны шулай иттерә.

(Туп)

Күрһәтмәйем йәмһеҙләп,

Күрһәтмәйем биҙәкләп,

Өй эсендә нимә бар –

Ситтән генә күҙәтәм.

Ялт итеп торам үҙем,

Һәр ваҡыт асыҡ йөҙөм,

Өлкәндәр һәм балалар

Миңә бик йыш бағалар.

(Көҙгө)

Астымы ҡыҙыл күҙен –

Туҡтала бар хәрәкәт,

Булмай ҡала һәләкәт.

Астымы һары күҙен –

Был аңлата: "Иғтибар!

Һаҡ бул! Алда хәүеф бар!”

Астымы йәшел күҙен –

Ары китергә мөмкин,

Ҡурҡыныс юҡ, юл иркен!

(Светофор)

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар