Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 9-05-2015, 18:07 | Категория: Еңеү көнө / Авторҙар

Просмотров 897
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2015
Рубрика:Еңеү көнө / Авторҙар
Исеме:Яугир ҡарт олатай
Автор:Гүзәл СИТДИҠОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Әлфиә Шафиҡова

 

 

Гүзәл СИТДИҠОВА

Яугир ҡарт олатай

(Хикәйә)

 

Асманға: "Бөгөн байрам – Еңеү көнө”, - тинеләр.

— Ә кем кемде еңгән? — Малай аптырап ҡалды.

— Элек, минең атайым йәш саҡта, һуғыш булған. Илебеҙгә дошман баҫып ингән, — тип аңлатты олатаһы. — Атайым да яуға киткән, илде фашистарҙан һаҡлашҡан.

Олатаһы менән малай майҙандағы еңеүселәргә ҡуйылған һәйкәл янына барып, сәскә һалырға булдылар. Юлда олатаһы һөйләүен дауам итте:

— Атайым бик батыр кеше ине. Бер саҡ алышта яраланған. Шыуып барырлыҡ та хәле ҡалмаған. Ауыртыныуҙан хатта иҫен юғалтҡан, бер ни күрмәҫ, ишетмәҫ булған. Иҫенә килһә, янында эт ултыра, ти. Ул, һалдатты йәлләгәндәй, шыңшып ҡуйған да китеп барған. Күпмелер ваҡыт уҙғас, атайым янына бер ҡыҙ шыуышып килгән. Уларҙы "санитарка” тип йөрөткәндәр. Ул атайымды арҡаһына һалып һөйрәп алып киткән. Атайым шулай тере ҡалған. Ә эттәрҙе бик ярата ине. "Аҡыллы, тоғро улар”, — ти торғайны. Һуғышта өйрәтелгән эттәр яралыларҙы эҙләшкән.

Бына һәйкәл янына килеп тә еттеләр. Уның янында һаҡта бер һалдат эт менән тора ине.

Асман һалдатҡа ла, эткә лә һоҡланып ҡарап торҙо — ниндәй матур һәм батыр улар!

Олатаһы малайҙы үҙҙәренең фамилияһы яҙылған урынға алып килде. Асман әле оҙон һүҙҙәрҙе уҡый белмәй. Ул ҡыҫҡа һүҙҙәге хәрефтәрҙе әйтә башланы:

— Х-Ә-М-З-Ә. Хәмзә! — тип шатланып ҡысҡырып ебәрҙе ул.

— Эйе шул, Хәмзә, — тине олатаһы. — Атайымдың исеме шулай ине.

Ҡаһарман яугирҙың бүләһе бәләкәс кенә ҡулдары менән хәрефтәрҙе һыйпап сыҡты:

— Рәхмәт һиңә, ҡарт олатай!

(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар