Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 12-05-2015, 18:17 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Просмотров 938
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2015
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме:ЯГУАР ҺӘМ ЯМҒЫР
Автор:Зөбәржәт Аҡьүбутина әҙерләне
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат Ғарипов

 

 

ЯГУАР ҺӘМ ЯМҒЫР

 

(Бразилия халыҡ әкиәте)

 

Бразилия илендә булған, ти, был хәл. Көндәр эҫе торған. Кискеһен ауыл халҡы "гамак” элеп, шунда йоҡларға йыйынған. Яҡында ғына йөрөгән ягуар өй янына яҡынлашҡан.

— Эй, ягуар, һин бында ни эшләп йөрөйһөң? — тип ҡыҙыҡһынған уның ҡаршыһына килгән ямғыр.

— Мин ауыл халҡын ҡурҡытырға килдем. Күрәһеңме, улар асыҡ һауала йоҡларға йыйына, - тигән ягуар.

— Дуҫ, ә кешеләр бит һинән күптән ҡурҡмай!

— Нисек инде ҡурҡмайҙар? Улар минең тауышты ишетеү менән, табандарын ялтырата. Ә һин иғтибар менән ҡарап тор.

Ягуар, ауыл яңғыратып, үкереп ебәргән. Ә кешеләр үҙ-ара:

— Яңы сумкама тире йөрөй.

— Иртәгә атып алырбыҙ, - тип һөйләшкән.

Ямғыр ни ишеткәнен түкмәй-сәсмәй ягуарға һөйләп биргәс, ул:

— Әхирәт, һин үҙең ҡурҡтың түгелме кешеләрҙән? – ти икән.

— Юҡ. Улар минән нығыраҡ ҡурҡалар, — тигән ямғыр. Ышанмаһаң, әйҙә, тикшереп ҡарайыҡ. Минең тамсыларым ергә тыпылдай башлау менән, тышта бер кем дә ҡалмаясаҡ. Ә хәҙер һинең сират - кешеләрҙең ни әйтеүен тыңла!

Ягуар өй янына барып боҫҡан. Тирә-яҡты ҡара болоттар баҫып алған. Көслө ел күтәрелгән. Ямғыр яуа башлай. Кешеләр:

— Ямғыр килә, ямғыр! — тип ҡысҡырышҡан.

Ә ямғыр ҡойоп, күнәкләп яуа ла башлаған. Кешеләр тиҙ генә "гамак”тарын сисеп, өйгә инеп юғалған. Ямғыр:

— Күрҙеңме, дуҫ? Кешеләр һинән түгел, ә минән ҡурҡа!

 

 

 

Гамак - ял итеү өсөн бауҙан үреп яһалған аҫмалы сәңгелдәк

 

Зөбәржәт Аҡьүбутина әҙерләне

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар