Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 12-05-2015, 18:26 | Категория: Авторҙар / Минең ғаиләм

Просмотров 758
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2015
Рубрика:Авторҙар / Минең ғаиләм
Исеме:Тәрбиә
Автор:Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Ҡәйүмова

 

Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА

Тәрбиә

-Ҙурайғас, космонавт булам!

-Мин таксист!

-Мин бейеүсе!

-Мин тегеүсе!

-Ә мин – модель!

Һин теккәнде кейеүсе!

 

-Мин Спайдермен!

-Ә мин Бэтмен!

-Гарри Поттер! – ти берәү.

-Һиии, ә мин – Халк! – тиеп Азат

Күкрәк киреп ебәрә.

 

Тәрбиәсе йылмая:

-Кем

Башҡорт батыры була?

Салауат, Муса Гәрәев,

Шайморатовтай улан?

Урал батырҙың янында

Спайдермен – бер үрмәксе.

Уны өҫтөн итеп булмай

Башҡаларҙан күрмәксе.

 

-Мин булам! Мин! Урал батыр!

Мин донъяны ҡотҡарам!

Шулай батыр тәрбиәләнә,

Балаларға ҡот бара.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар