Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 9-05-2015, 18:40 | Категория: Еңеү көнө / Авторҙар

Просмотров 1 253
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2015
Рубрика:Еңеү көнө / Авторҙар
Исеме:Генерал Шайморатов
Автор:Фәрит ВАХИТОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Искәндәр Ниғмәтйәнов

 

 

Фәрит ВАХИТОВ

 

Генерал Шайморатов

 

Генерал Шайморатов — башҡорт халҡының яратҡан улдарының береһе. Ул Ҡырмыҫҡалы районының Биштәкә ауылында 1899 йылдың 15 авгусында тыуған. Үҫеп еткәс, һалдатҡа алынған, граждандар һуғышында ҡатнашҡан. Шайморатов бала саҡтан аттарҙы ярата. Уларҙы гармун көйҙәренә буйһонорға өйрәтә.

Хәрби академия тамамлағас, штабта разведка бүлегендә хеҙмәт итә. Сит телдәрҙе, шул иҫәптән ҡытай телен яҡшы белә. Көнбайыш Ҡытайҙа (Синцзян төбәге) совет хөкүмәтенең үтә мөһим бурысын үтәй һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Немец фашист ғәскәрҙәре 1941 йылда Мәскәүгә ҡурҡыныс янағанда, Шайморатов атлы ғәскәр башында булып, шәхси батырлыҡтар күрһәткәне өсөн тағы ла Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була.

1941 йылдың 25 декабрендә Өфөгә ҡайтарылған полковник Шайморатов 112-се Башҡорт атлылар дивизияһын ойоштора, уларҙы һуғыш алымдарына өйрәтә. Немец ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышта был дивизия һалдаттары тиңдәшһеҙ батырлыҡтар менән таныла. Мәскәү гәзиттәрендә уларҙы йыш маҡтап яҙалар, хөкүмәт бүләктәре менән дәртләндерәләр. Шайморатовҡа генерал-майор званиеһы бирелә.

Генерал Миңлеғәли Минһаж (Минһажетдин) улы Шайморатов һалдаттарға һаҡсыл, яратып ҡарай. Уны «атай», «олатай» тип һанлайҙар. Уның өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер булалар. Ләкин һуғыштың йөҙө мәрхәмәтһеҙ. Шайморатов һалдаттары менән 1943 йылдың 23 февралендә батырҙарса һәләк була.

Генерал Шайморатов һәм уның атлылары тураһында халыҡ дан йырлай. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең Липецк, Воронеж, Сталинград, Ростов өлкәләрендә, шулай уҡ Көнсығыш Украинала «Шайморатов генерал» йыры рус, украин телдәрендә йырлана, исеме музейҙарҙа сағыу һүрәтләнә.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар