Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-01-2015, 08:49 | Категория: Журнал тураһында / Һандарға күҙәтеү

Просмотров 823
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2015
Рубрика:Журнал тураһында / Һандарға күҙәтеү
Исеме:
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:
 

 

Яңы йылда яңы уңыштарға ирешеп, бейек үрҙәр яуларға теләк теләп, журналыбыҙҙың беренсе битен баш мөхәррир Тамара Ишбулды ҡыҙы Юлдашева асып ебәрә. Шунда уҡ шағирәнең "Һөйләшергә өйрәнәм”, "Яңы йыл ҡасан килә” исемле бик матур шиғырҙары урын алған.

 

Киләһе биттә Әкрәм Бейештең "Һарыҡ менән Кәзә” исемле әкиәте һүрәтләнгән. Йорт хайуандары араһында дуҫлыҡ буламы икән? Ошо әкиәтте уҡыһағыҙ, яуабын да табырһығыҙ.

4-5-се биттә "Бәпембә” урынлашҡан. Бында һеҙҙе тиҫтерҙәрегеҙҙең шиғырҙары, һүрәттәре көтә.

Ғинуар айы юбилярҙарға бик бай. Журнал биттәрендә Салауат Кәримдең, Әхмәр Үтәбайҙың һәм Гүзәл Ғәлиеваның ижад емештәре менән танышырһығыҙ. Журнал уҡыусылары менән беҙ уларҙы күркәм байрамдары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Яңынан-яңы ижад емештәре менән шатландырып торһондар!

Журналыбыҙҙың уртаһында Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыларының шиғырҙары бирелгән.

Киләһе биттә "Аҡбуҙат” һеҙгә Маҡтау ҡағыҙы бүләк итә. Грамотаның артҡы өлөшөндә балалар йондоҙнамәһе бирелгән. Яңы йылда ниндәй асыштар, үҙгәрештәр көткәнен уҡып белерһегеҙ.

10-11-се биттә Өфө ҡалаһының 152-се башҡорт балалар баҡсаһы менән танышырһығыҙ.

"Мәҙәниәт йылы”на арналған һүрәттәр конкурсы тамамланды. Еңеүселәрҙең бүләктәр көтә. Ошо һанда уларҙың исемлеге менән танышырһығыҙ.

Журналыбыҙҙа бирелгән күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы башватҡыстар дуҫтарыбыҙ күңеленә хуш килер тигән өмөттә ҡалабыҙ!

"Аҡбуҙат”тың һәр битен Майя Ҡәйүмова, Глеб Голубев, Азамат Ғарипов һәм башҡа бик күп рәссамдарҙың бай йөкмәткеле, сағыу һүрәттәре биҙәп тора.

2015 йылда ла бергә булайыҡ, дуҫтар! "Аҡбуҙат”ыбыҙ һәр йортҡа тик шатлыҡтар ғына алып килһен!

(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар