Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 7-07-2015, 11:03 | Категория: Авторҙар / Әкиәттәр / Тәржемәләр

Просмотров 1 185

 

 

Владимир Сутеев


Әтәс менән буяҡтар

 

Айнур Әтәс һүрәтен төшөргән. Төшөрөүен төшөргән дә, буярға онотҡан да ҡуйған! Китеп бара, ти, урам буйлап ғорур баҫып буяуһыҙ Әтәс урам буйлап. Ҡаршыһына Көсөк осраған.

- Һин нишләп ул улай төҫһөҙ йөрөп ятаһың? – тип ғәжәпләнеп һораған Көсөк. Әтәс һыуға баҡҡан. Ысынлап та, Көсөк дөрөҫ әйтә икән дә баһа, бөтөнләй төҫһөҙ икән шул!

Әтәстең кикереге шиңгәнен күреп, Көсөк уны тынысландырырға ашыҡҡан:

- Ярар, бойоҡма, һин Буяҡтарға бар. Улар һиңә мотлаҡ ярҙам итәсәк!

Киткән ти, Әтәс Буяҡтарҙы юллап.

- Буяҡтар,төҫлөкәйҙәр! Миңә ярҙам итегеҙсе! - тип үтенгән.

- Ярар, беҙ һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер! - тигән дә Ҡыҙыл төҫ Әтәстең кикереген, һаҡалын ҡып-ҡыҙыл итеп буяп та ҡуйған.
Шунан Күк төҫ эшкә тотонған. Ул Әтәстең ҡойроғон буяған. Йәшел төҫ ҡанаттарҙы матурлаған, Һары төҫ - күкрәктәрен.

- Үәт, хәҙер һин – ысын Әтәс! – дуҫының шундай сағыу төҫлө ғорур әтәскә әйләнеүен күреп, Көсөк тә ҡыуанған.
Ә был әтәсте һин үҙең буя, дуҫым! Бынау себеште лә буярға онотма. Яңы ғына йомортҡанан сыҡҡан себеш ниндәй төҫтә була әле? Эйе, һарыҡай төҫтә була! Уңыштар һиңә, дуҫым!


Айгөл АЙЫТҠОЛОВА тәржемәһе.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар