Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 2-09-2015, 15:50 | Категория: 1 сентябрь / Авторҙар / Минең ғаиләм

Просмотров 815
"Аҡбуҙат"та баҫылған:09-2015
Рубрика:1 сентябрь / Авторҙар / Минең ғаиләм
Исеме:Йоҡлап ҡалыу
Автор:Земфира АҠБУТИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Әлфиә Шафиҡова

 

Земфира АҠБУТИНА

 

Йоҡлап ҡалыу

 

Әлиә апайым мәктәпкә өйрәнсеккә йөрөй башланы. Уға яҙға – ете, миңә биш йәш була.

– Мин дә барам, – тип ныҡыш­ҡас, әсәйем апайыма эйәртеп мәктәпкә ебәрҙе.

Унда шул тиклем оҡшаны! Уҡытыусы иң артҡы партаға яңғыҙымды ғына ултыртып ҡуйҙы. Мин төҫлө ҡәләмдәр менән һүрәт төшөрөп ултырҙым. Ә башҡалартаяҡсалар һыҙҙы. Икенсе юлы ла эйәреп барҙым. Өсөнсө тапҡыр апайымдың сығып киткәнен күрмәй ҡалдым. Ә минең бик ныҡ уҡырға барғым килде. Йәй ҙә етте. Әсәйемдән:

– Апайым ҡасан мәктәпкә бара? – тип һорайым.

– Көҙ еткәс, балам.

– Ә көҙ ҡасан етә?

– Сентябрҙә, ҡыҙым.

Йәй буйы бер кемгә лә өндәшмәй генә 1 сентябрҙең еткәнен түҙемһеҙләнеп көттөм. Минең дә ағай-апайҙарыма эйәреп, мәктәпкә барғым килә. Бына бер саҡ улар уҡыуға әҙерләнә башланы. Атай-әсәй форма, алъяп­ҡыс, таҫма, китап-дәфтәр һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алды.

Әсәйемә әйтеп ҡуйҙым:

– Апайым менән мин дә беренсе класҡа уҡырға барам!

Ә ул:

– Йәшең етмәгән бит әле, балам, – ти.

– Йәшем етмәһә лә, барам, – тим.

– Йәшең етмәгәс, алмайҙар, ҡыҙым.

– Алалар. Теге ваҡыт апайым менән йөрөнөм дә инде өйрәнсектә, – тим. Әсәйем өндәшмәй.

Иртәгә – 1 сентябрь. Иртәнсәк уянып китһәм, өйҙә – тынлыҡ. Шомланып, тирә-яғыма ҡарайым: яҡтырған. Мин бит мәктәпкә барырға тейеш кеше! Әллә йоҡлап ҡалғанмынмы? Йүгереп өйҙө ҡарап сығам – бер кем юҡ. Тышта ла береһе лә күренмәне. Урамда ҡулдарына сәскәләр тотҡан бер нисә бала һәм өлкән кешеләр мәктәп яғынан ҡайтып килә. Йүгереп ишек алдына инәм. Шым ғына илай-илай ҡап­ҡа ярығынан байрамдан ҡайтыусыларҙы күҙәтәм.

– Йәшең еткәс, һин дә мәктәпкә барырһың, ҡыҙым, – тине. Ә мин:

– Йоҡлап ҡалғанмын бит, һеҙ ҙә уятмағанһығыҙ, – тип уға үпкәмде белдерәм. – Икенсе йыл мотлаҡ барасаҡмын!

Киләһе йыл да, мәктәпкә йоҡлап ҡалғас, бәләкәй икәнемде аңланым. Ысын уҡыусылар бер ҙә йоҡлап ҡалмай бит.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар