Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-10-2015, 18:15 | Категория: Журнал тураһында / Авторҙар

Просмотров 905
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2015
Рубрика:Журнал тураһында / Авторҙар
Исеме:Көлкө көлә килә...
Автор:Рәдиф ТИМЕРШИН
Район:
Ауыл:
Рәссам:Салауат Ғиләзетдинов

 

 

Рәдиф ТИМЕРШИН

Көлкө көлә килә...

(Хикәйә)

Ейәнем бик ҡыҙыҡһыныусан минең. Бер заман ул:

— Олата-а-ай, ниңә "Көлкө көлә килә, артыңдан ҡыуа килә” тиҙәр ул? Уның аяғы бармы ни? — тигән сәйер генә һорау бирҙе. Мин уға үҙемдең малай саҡтағы бер ваҡиғаны ғибрәт итеп һөйләнем.

Йәй көнө ине. Беҙ, өс-дүрт малай, ауылға терәлеп тиерлек торған әрәмәлә уйнап йөрөйбөҙ. Бер заман күрәбеҙ: бәләкәй арба тартып, Солтан бабай килә ята. Ҡоро-һары йыйыштырып алып ҡайтырғалыр инде.

Ағастар араһынан һиҙҙермәй генә ҡарап торабыҙ: нимә эшләр икән? Килеп туҡтаны был. Арбалағы ҙур ғына төйөнсөктө алып, ситкәрәк, әрәмә эсенәрәк илтеп ташланы. Кәрәкмәгән сүп-сар булғандырмы, нимә булғандыр. Үҙе, балтаһын күтәреп, икенсе яҡҡа, ағастар араһына инеп юғалды. Шул саҡ минең башҡа бер шаян уй килде.

– Әйҙәгеҙ, малайҙар, ҡыҙыҡ итәбеҙ!..

Ярым бышылдап, малайҙарға нисек эшләргә кәрәген аңлаттым... Малайҙар, төшөндөк тигәнде белдереп, һүҙһеҙ генә баш ҡаҡтылар: мин уйлап сығарған төрлө хикмәттәргә күнеккәйне улар.

Ҡыҫҡаһы, Солтан бабай ырғытҡан теге төйөнсөктө эҙләп таптыҡ та яңынан арбаһына килтереп һалдыҡ! Бабай, бер ҡосаҡ сыбыҡ-сабыҡ күтәреп сыҡты ла, үҙе әле генә ситкә илтеп бәргән төйөнсөктө күреп, ғәжәпләнеп бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Берәр ен-бәрей эшелер, тип уйлағандыр инде: ул саҡта бөтә өлкән кешеләр ҙә дини ине.

Өндәшмәй-тынмай, Солтан бабай төйөнсөгөн йәнә ағастар араһына илтеп ырғытты ла утын әҙерләргә йүнәлде. Беҙ иһә теге төйөнсөктө йәнә арбаға кире килтереп һалдыҡ. Сыбыҡ-сабыҡ күтәргән Солтан бабай, төйөнсөктөң икенсе мәртәбә үҙ урынына килеп ятыуын күргәс, саҡ ҡына ауып китмәне. Бәй, шул төйөнсөктән ҡотолоу өсөн бында алып килгән бит инде ул. Ә тегенең һис кенә лә хужаһынан айырылаһы килмәй! Солтан бабай, ирендәрен ҡыбырлатып, ниҙер уҡына башланы...

Шул саҡ ҡайһыбыҙҙыр тыйыла алмай көлөп ебәрҙе һәм Солтан бабай эштең ниҙәлеген аңлап алды. Асыуы ныҡ килгәндер инде, ул, беҙҙең яҡҡа ташланды. Беҙ иһә ауыл яғына ҡарай йүгерҙек. Бик оҙаҡ ҡыуып килде ул беҙҙе. "Көлкө көлә килә, артыңдан ҡыуа килә” тигән әйтемдәге һымаҡ булды ла ҡуйҙы...

 

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар