Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 7-10-2015, 11:44 | Категория: Алтын бишек / Тыуған илем

Просмотров 690
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2015
Рубрика:Алтын бишек / Тыуған илем
Исеме:Ағиҙелдең бәләкәс сағы
Автор:Гүзәл ҒӘЛИЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 


Гүзәл ҒӘЛИЕВА

Ағиҙелдең бәләкәс сағы

Баш ҡалабыҙ, аҡ ҡалабыҙ –

Өфө гөрләп торған тауға

Тулҡындарын ҡаға-ҡаға,

Ҙур Ағиҙел ғорур аға.

 

Һеҙҙең бармы күргәнегеҙ

Ағиҙелдең тыуған яғын,

Сылтыр-сылтыр йырлап сапҡан

Уның иң-иң кескәй сағын?

 

Ирәмәлдең ҡуйынынан

Сыға бит ул яҡты көнгә,

Матур йырын, йомшаҡ һыуын

Бүләк итә тирә-йүнгә.

 

Балаларҙың сәсе бөҙрә

Уның йомшаҡ һыуҙарынан.

Йырын отам, тиеп, талдар

Йүгерә яр буйҙарынан.

 

Кескәй Иҙел ашыға

Тиҙерәк үҫеп етергә,

Тиҙерәк үҫеп етергә,

Илгә хеҙмәт итергә.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар