Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 14-10-2015, 14:52 | Категория: Алтын бишек / Минең ғаиләм

Просмотров 758
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2015
Рубрика:Алтын бишек / Минең ғаиләм
Исеме:ҠАРТАТАЙҘЫҢ ЯРҘАМЫ
Автор:Тимур РӘХМӘТУЛЛИН
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ЗЫЯИ

 

Тимур РӘХМӘТУЛЛИН

ҠАРТАТАЙҘЫҢ ЯРҘАМЫ

(Хикәйә)

Ҡартатаһы менән Йәмил урамдан атлай. Ике-өс өй аша алтынсы класта уҡыған Вәкил ағай утын яра.

— Әйҙә, ҡартатай, уға ярҙам итәйек, - ти Йәмил.

— Ә нисек?

— Утынын ярышайыҡ. Ҡара уға, утынға һуғам тиһә, түмәре ҡолай ҙа китә.

Ҡартатаһы Вәкил янына килде:

— Вәкил улым, ана машина тәгәрмәсе ята бит, алып кил әле.

Күрше малай йүгереп барып тәгәмәсте алып килде. Йәмилдең ҡартатаһы камераны һалып эсенә түмәрҙе ултыртты. Шунан бер нисәне һуғып, нисек ярырға кәрәк икәнен өйрәтте, шунан балтаны Вәкилгә биреп:

— Йә, улым, ярып ҡара әле. Хәҙер утындарың ҡоламаясаҡ.

Вәкил ҡыуанып китеп утын ярырға керешә, үҙе хәбәр һөйләй:

— Эйе шул, олатай, утындарым бер ҙә ҡоламай. Рәхмәт һеҙгә!

Ҡартатай менән Йәмил артабан ҡуҙғалды. Малай түҙмәне:

— Ҡартатай, нишләп беҙ уға ярҙам итмәнек?

— Улым, ярҙам иттек бит.

— Юҡ, ҡартатай, беҙ уға өйрәттек кенә. Ә утынды ярышманыҡ. Вәкил ағай оҙаҡ ярасаҡ бит.

— Улым, ул эшкә өйрәнә. Әгәр беҙ уның утынын тулыһынса үҙебеҙ ярып бирһәк, ул өйрәнә алмаҫ. Ә һуңынан тағы шул хаталарҙы яһар. Бына Вәкил ағайың да хәҙер яңы һөнәре менән ата-әсәһен, яҡындарын ҡыуандырһын.

— Ҡартатай, һин мине лә һөнәргә өйрәт!

Ҡартатаһы, йылмайып, Йәмилдең арҡаһынан тупылдатып һөйә. Булыр, булыр, йәнәһе, бөтәһе лә алда.

 

(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар