Ҡышҡы күл/Зөбәйҙә Исламова
Баҫылды : 6-09-2013, 17:05 | Категория: Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Просмотров 1 281

Көндәр һалҡын торһа ла, күл өҫтө бала-саға менән тулы. Ялтыр боҙ, көҙгөләй сағылып, үҙенә тартып тора. Ҡыҙҙар конькиҙа шыуа. Бер төркөм малай хоккей һуға. Батырхан да иптәше Байрас менән туйғансы уйнаны.
— Йә, етер инде, әйҙә ҡайтайыҡ,— тип ялбарҙы Байрас, ҡулдарын өрә-өрә йылытып.
— Бар, һин атла, өшөп торма. Хәҙер ҡыуып етермен, — тине Батырхан иптәшенә. Үҙе һаман шыуыуын дауам итте.
Эңер төшһә лә, ҡар яҡтыһына тирә-яҡ ялт итеп тора. Ә боҙ үтәнән-үтә күренә.
— Ярай, миңә лә ҡайтырға ваҡыт, әсәй асыуланып торор, — тип, конькийын сисергә эйелгәйне… вәт мөғжизә! Ҡыҙыҡһынып китеп һыу аҫты донъяһын күҙәтә башланы малай. Ҡыҙылғанат менән алабуға балығы кемуҙарҙан йөҙөп килә лә, ауыҙҙарын асып, төртөп-төртөп ала. Бер нисә тапҡыр ҡабатлана был хәл. Боҙ аҫтынан балыҡтар: “Мине тот, мине тот!”, — тип ҡойроҡтары менән һуғып шаяра һымаҡ. Иғтибарлап ҡараһа, ни ғәжәп — күл эсе туп-тулы балыҡ тәңкәһе, тот та силәктәргә тултыр.
Шатлығынан ул өйгә табан ел тиҙлеге менән осто. “Тиҙерәк барыһына ла күрһәтергә, һис кисекмәҫтән ҡармаҡ һалырға барырға”, — тигән уй елдертте уны…
— А-аатай! Ә-әй-йҙә, к-ккейен тиҙерәк!
Малай, бик шәп йүгереүҙән тыны ҡыҫылып, бер аҙ һүҙен һөйләй алмай торҙо.
— Йә, тыныслан, нимә булды? Артыңдан ҡыуа төштөләрме әллә? — тип асыуланыбыраҡ өндәште йорт хужаһы.
— Ю-юҡ, юҡ, кем баҫтырһын мине? Мин… ней… теге…
— Күпме әйтәм мин һиңә, ҡараңғыла йөрөмә! Хәбәрен дә һөйләй алмай! Нимә булды? — тиеп, шомланып, әсәһе һүҙгә ҡушыла.
Тын алғас, Батырхан күлдәге хәлде һөйләп бирҙе.
Атаһы уйға ҡалып: “Күл тонсоҡҡандыр?! Әйҙә, улым, кейен. Йәһәтерәк, һуң булып ҡуймаһын. Балыҡтар ярҙам һорай”,— тине.
Малай, бер нәмә лә аңламай, тиҙ генә тунын эләктерҙе...
— Нисек булышабыҙ? — тип һораны үҙе түҙә алмай.
— Бына хәҙер бырау, балта алабыҙ ҙа бәләкәй генә бер нисә мәке уябыҙ.
— Ә ул ни өсөн кәрәк? — тип ныҡышты малай.
— Сатлама һыуыҡтар башланһа, боҙ шаҡырайып ҡата. Балыҡтар тонсоға башлай. Шул саҡта кеше мәкеләр уйып уларға ярҙамға килә. Һәр йыл ҡабатлана торған хәл.
— Эйе, мин аңланым! Беҙ балыҡ ҡармаҡларға түгел, ә киреһенсә, ҡотҡарырға барабыҙ. Ҙур үҫкәс Байрас менән беҙ ҙә шулай эшләрбеҙ.
— Бик дөрөҫ, батырым, ашығайыҡ, һуңлап ҡуймайыҡ.
“Бына ни өсөн балыҡтар боҙ аҫтына йыйылған икән”, — тип уйланы малай юл буйы. Үҙе лә һиҙмәй ҡыҙыу атлап аҙымдарын йышайтты.
Улар, боҙҙо тишеп, бер нисә урында мәке уйҙы.
Эш тамамланғас: “Афарин, оло эш башҡарҙыҡ, һин минең уң ҡулым, ярҙамсым”, — тине атай кеше, улы менән ғорурланып.

(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар