Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 3-11-2015, 16:02 | Категория: Алтын бишек / Тыуған илем

Просмотров 1 072
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2015
Рубрика:Алтын бишек / Тыуған илем
Исеме:Хөсәйенбәк кәшәнәһе
Автор:Зөбәржәт АҠБУТИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат Ғарипов

 

Хөсәйенбәк кәшәнәһе

Гөлфиәнең өләсәһе уҡытыусы булған. Белмәгәне юҡ. Шуға ла ейәнсәре үҙен һорауҙарға күмеп кенә тора. Бына бөгөн дә:

— Өләсә-ә-әй, ә ни өсөн "Башҡортостан - әүлиәләр иле” тиҙәр? Ә кемдәр һуң улар? – тип һораны.

— Әүлиә тип саф, изге күңелле кешене әйтәләр, ҡыҙым. Улар дин таратҡан, киләсәгебеҙ яҡты булһын өсөн Аллаға ялбарып доға ҡылған. Улар исеменә бәйле ер-һыу атамалары бар. Мәҫәлән, Әүлиә, Хәҙрәт, Бәйғәмбәр шишмәһе, тауҙары. Хөсәйенбәк, Торахан һәм Бәндәбикә кәшәнәләре лә изге урындарҙан һанала.

— Өләсәй, Хөсәйенбәк кәшәнәһе тураһында һөйлә әле, - тип үтенде ейәнсәре Гөлфиә.

— Билдәле тарихи архитектура ҡомартҡыһын әйтәһеңме? Ул Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылында урынлашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның тураһында мәғлүмәттәр күп түгел. Хөсәйенбәк Болғарҙа хәҙрәт булған. Төркөстанда ул ваҡытта ханлыҡ итеүсе изге Хажи Әхмәт Йәсәүи үҙенең шәкерте Хөсәйенбәкте башҡорттарға ебәргән. Ул ислам дине йолаларын, ғибәҙәт ҡылыу тәртиптәрен халыҡҡа еткергән, уларҙың да һөйөүен яулаған, тиҙәр.

1340-сы йылдарҙа Хөсәйенбәк үлгәс, төҙөлә ошо кәшәнә. Үкенескә күрә, уны ваҡыт еле емерә. 1911 йылда ул мосолмандарҙың үҙәк диниә назараты тарафынан ҡайтанан тергеҙелә-тергеҙелеүен. Әммә бер аҙ үҙгәртелә.

— Өләсәй, һинең унда булғаның бармы?

— Булғаным бар, ҡыҙым. Хөсәйенбәк кәшәнәһе – мосолмандарҙың изге урыны һанала. Был хаҡта барыһы ла, бигерәк тә балалар, белергә тейеш. Бөгөнгө көндә кәшәнә урынлашҡан Аҡзыярат дәүләт тар


 

афынан һаҡлана.

— Минең дә Хөсәйенбәк кәшәнәһен барып күргем килә, өләсәй!

— Алла бирһә, әлбиттә, барырһың. Изге урындарҙы белеп үҫеүең бик яҡшы!

Зөбәржәт АҠБУТИНА әҙерләне.

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар