Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 4-11-2015, 16:06 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Комикстар

Просмотров 818
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2015
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Комикстар
Исеме:Электрон планшеттар
Автор:Айнар БАЙБУЛАТОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина Әхмәҙуллина

 

Айнар БАЙБУЛАТОВ

Электрон планшеттар

(комикс)

Һумс менән Вәтһин йылы яҡтарҙағы бер утрауҙа ҡояшта ҡыҙынып ята, ти.

- Вәтһин, тәфтишселәрҙең дә ялы булырға тейеш.

- Дөрөҫ әйтәһең, Һумс иптәш!

Ҡапыл Һумстың планшетына скайптан шылтыраталар. Был Доктор Ҡуян Өфитәров икән.

- Һумс, Вәтһин әфәнделәр. Урманыбыҙға яңы бәлә килде. Барлыҡ йәнлектәр ҙә зомби-эшселәргә әйләнде. Ағастарҙы ҡырҡып ҡайҙалыр ташый башланылар.

Тәфтишселәр яҡындағы аэропортҡа юл тотто. Бына улар урманда.

- Кемдер беҙҙең дуҫтарыбыҙҙың аңын томалаған. Был теге аҙналағы бер бай әфәнденең почта аша электрон планшеттар ебәреүе менән бәйле түгелме икән? Тиҙ арала вай-фай станцияһын да төҙөп ҡуйҙы.

- Һумс, әйҙә тикшереп ҡарайыҡ әле,– тине Вәтһин.

Кис тәфтишселәр йәнлектәрҙе күҙәтте. Ни күрһендәр?! Йәнлектәр планшеттарына текләп тик ултыралар, ти.

- Был бит элементар, Вәтһин! Бай енәйәтсе планшеттар ярҙамында күҙҙәрен быуа. – тине Һумс. – Тиҙ арала вай-фай станцияһын һүндерергә кәрәк.

- Ә доктор Ҡуян Өфитәров төрлө гаджеттарҙы яратмай, өйөндә тотмай, шуға ла аңы томаланмаған!

Тәфтишселәр вай-фай станцияһына юллана. Ни күрһендәр, был ябай ғына станция ҙур бер заводҡа әйләнгән. Уның эсенән электрон планшеттар тейәгән машиналар сығып тора, ти. Ишекте Айыухан һаҡлап тора икән....

(Дауамы киләһе һандарҙа).

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар