Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 6-09-2013, 17:23 | Категория: Ҡыш / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 1 226
"Аҡбуҙат"та баҫылған:
Рубрика:Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Исеме:Аквариум
Автор:Ринат Сөләймәнов
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Аквариум/Ринат Сөләймәнов

Алда булғас ҙур теләк,
Ҡулдарға алдыҡ көрәк.
Каток яһарға булдыҡ
Һыу буйында бергәләп.

Мамыҡтай ап-аҡ ҡарҙы
Күмәкләшеп көрәнек.
Ҡустылар ҡырҙан ғына
Ҡарап тора өйрәнеп.

Һөт төҫөндәй аҡ ҡына
Тун ябылған боҙ өҫтө
Яп-ялтыр булып ҡалды
Тылсымлы көҙгө төҫлө.

Шатланышып конькиҙа
Шыуып йөрөй балалар.
Боҙ аҫтында балыҡтар
Морон төртөп алалар.

Балыҡтар иркен итеп
Һулыш алһындар тиеп,
Ситкә бәләкәй генә
Бер мәке ҡуйҙыҡ уйып.

Эшебеҙ бик уң булды,
Шатланам әле шуға.
Аквариум өҫтөндә
Балалар коньки шыуа.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар