Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 20-11-2015, 17:50 | Категория: Авторҙар / Ҡыш / Минең ғаиләм / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 784
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2015
Рубрика:Авторҙар / Ҡыш / Минең ғаиләм / Йыл миҙгелдәре
Исеме:Һуҡмаҡ ҡайҙа?
Автор:Рауил ШАММАС
Район:
Ауыл:
Рәссам:Артур Василов

 

 

Рауил Сәхиулла улы Шамммасов Стәрлебаш районының Хәлекәй ауылында 1930 йылда тыуған. Уҡытыусы ла, журналис та, нәшерсе лә булып эшләгән. Өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә күп китаптар авторы ул. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Рауил олатайығыҙға, 85 йәше менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, илһам теләйек!

Рауил ШАММАС

Һуҡмаҡ ҡайҙа?

Бөгөн беҙҙең өй алдына

Ап-аҡ булып ҡар яуған.

Кисә йөрөгән таҡыр һуҡмаҡ

Әллә ҡайҙа юғалған.

Наил сыҡҡан көрәк тотоп,

Тирләп-бешеп ҡар көрәй.

Аҡбай уның тирәһендә

Ҡойроғон болғап йөрөй.

Наил һөйләнә Аҡбайға:

«Тик йөрөмә, эшлә, – ти. –

Һуҡмағыбыҙ ҡайҙа булған?

Әйҙә еҫкә, эҙлә, – ти. –

Табайыҡ та таҙартайыҡ,

Булһын әйҙә тап-таҡыр.

Оҙаҡламай шул һуҡмаҡтан

Атайым эштән ҡайтыр».

 

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар