Ҡыш/Ринат Сөләймәнов
Баҫылды : 6-09-2013, 17:26 | Категория: Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Просмотров 1 310
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:
- Рубрика:Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
- Исеме:Ҡыш
- Автор:Ринат Сөләймәнов
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:
Таң менән тышҡа сыҡһам,
Ап-аҡ булған ер өҫтө.
Ҡайҙан алған ҡыш-рәссам
Шундай яғымлы төҫтө?
Ағастарҙың буйына
Мамыҡ шәлен ураған.
Ихатаның алдына
Ҡарҙан тауҙар бураған.
Тәҙрәләрҙең ситенә
Тау-ҡырҙарҙы төшөргән.
Ҡыйыҡтарҙың башына
Аҡлы-күкле төҫ өргән.
Төн буйы алһыҙ-ялһыҙ
Биҙәгән тирә-яҡты.
Тик шыршыларға ғына
Еткермәй ҡалған аҡты.
Әллә йәйҙән күренеш
Ҡалдырырға уйлаған?
Әллә шыршылар өсөн
Аҡ буяуы ҡалмаған?
(голосов:1)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар