Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 17-01-2016, 20:14 | Категория: Авторҙар / Изгелек / Тәүфиҡ дәресе / Минең ғаиләм

Просмотров 969
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2016
Рубрика:Авторҙар / Изгелек / Тәүфиҡ дәресе / Минең ғаиләм
Исеме:“ҠУЯН”
Автор:Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат Ғарипов

 


 

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

 

 

"ҠУЯН”

 

(Хикәйә)

 

Бер көн шулай "ҡуян” ғәҙәттәгесә автобус туҡталышына йүнәлә. Уға кәрәк маршрут та оҙаҡ көттөрмәй. Күтәренке кәйеф менән баҫманан-баҫмаға һикерә-һикерә менеп тә китә. Иң төпкә — бер мөйөшкә барып баҫа ла урам ҡарап барған була. Ә автобустың эсе — гүйә, умарта: "гөж” килә. Кеше башы аша бер яҡҡа аҡса, икенсе яҡтан билет "йөрөй”. Кемдер үҙенең хәбәрҙәре менән бүлешә. Балалар шаулаша, береһе: "Баҡсаға бармайым!” — тип илай. Икенсеһе ҡысҡырып шиғыр һөйләй. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла көндәгесә.

 

Юлдың яртыһы үтелгәс, автобус эсе бушап ҡала. Бына "ҡуян”ға ла сығырға ваҡыт етә. Алан-йолан ҡарана ла "фыртауай” боҫоп ҡына ишек тотҡаһына ҡулын һуҙа. Шул ваҡыт шофер ҡапыл тормозға баҫа. Баҡтиһәң, юл ҡағиҙәһен боҙоусы арҡаһында икән. Ә тотоноп өлгөрмәгән "ҡуян” йүгереп түгел, осоп тигәндәй һатыусының ҡулындағы билет йомғағына барып йәбешә. Шунан "дөбөр-шатыр” килеп тәгәрләп тә китә. Билеттарҙың бер башы һатыусыла, икенсеһе — "ҡуян”да. Ҡурҡышынан бер ни аңламаған "мәхлүк” тора алмайынса таҫмалай һуҙылған билеттарға урала ла урала. Килеп сыҡҡан был аңлайышһыҙлыҡтан — кемдер әрләшә, кемдер көлә... Ә билет һатыусы:

 

— Әһә-ә! Эләктеңме инде, "ҡуян”, күптән тота алмай интегә инем, үҙең килеп ҡаптың! — тип, тегене яғаһынан бөрөп тотоп та ала. - Ни тиклем билетҡа уралғанһың, барыһын да һатып ал! Ә быныһы, иһә, ҡасып йөрөгәнең өсөн һиңә штраф! — тип түләү ҡағыҙы тоттора. Оятынан бер ҡыҙарып, бер бүртенә теге. Башын да күтәрмәйенсә кеҫәһендәге бер мең аҡсаһын билет һатыусыға бирә лә сығып йүгерә. Артынан "тәпәйҙәре” генә ялтырап ҡала.

 

Бына шулай итеп бушлай йөрөргә яратҡан "ҡуян” ҙур һабаҡ ала. Һәм башҡаса бер ваҡытта ла улай эшләмәҫкә үҙ-үҙенә һүҙ бирә.

 

 

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар