Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 6-09-2013, 17:34 | Категория: Ҡыш / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 1 267
"Аҡбуҙат"та баҫылған:, йыл
Рубрика:Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Исеме:Тағараҡ
Автор:Гөлсәсәк Рәхмәтова
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Тағараҡ / Гөлсәсәк Рәхмәтова

Марат иртән уянды ла тәҙрәнән тышҡа күҙ һалды. Ә урамда күп итеп ҡар яуған. Тәҙрә янында үҫкән ағаста, һыуыҡтан бөршәйешеп, ҡыҙылтүштәр, турғайҙар ултыра. “Улар өшөйҙәрҙер инде, ашарҙарына ла юҡтыр. Ә мин йылы өйҙә ултырам, әсәйем ашарға ла бешереп ҡуйған”, — тип уйланы.

— Ниңә кәйефең төштө? — тип һораны атаһы, күңелһеҙләнгән улына ҡарап. Марат үҙенең борсолоуын әйтте.

— Бойоҡма, беҙ уларға тағараҡтар эшләрбеҙ. Туҡ ҡоштарға бер һыуыҡ ты ҡурҡыныс түгел, — тип аңлатты атаһы.

Бер-ике сәғәттән ағас ботаҡтарында көнбағыш, һоло, бойҙай, икмәк валсыҡтары һалынған тағараҡтар эленеп тора ине инде. Туйынышып алған ҡоштар, малайға рәхмәт әйткәндәй, суҡыштарын таҙартты, сутырҙашып ҡанаттарын ҡаҡтылар.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар