Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 6-09-2013, 17:35 | Категория: Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 1 786
"Аҡбуҙат"та баҫылған:1-2012
Рубрика:Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Исеме:Ҡыш бабай килде ҡалаға
Автор:Хәсән Назар
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Ҡыш бабай килде ҡалаға / Хәсән Назар

Ҡыш бабай килде ҡалаға,
Ектереп ел — пар атты.
Урамдарҙа бөгөн тәүләп
Тәңкәләрен таратты.

Эркелде тышҡа малайҙар,
Ҡыш һуң кемгә оҡшамай!
— Тәңкә һибә,
Тәңкә һибә,
Тәңкә һибә Ҡыш бабай!..

Ойоп ҡына, ҡалғып ҡына
Бәүелә өрпәк ҡарҙар.
Күк — бөләңгерт,
Ә көн— балҡыу,
Күңелдә яҡты уйҙар.

Бала-саға...
Сыңрау һауа...
Яҙға тартым ҡар тыны.
Сеү!
Бер ҡулсыр яҙа атып,
Сирғып үтте ҡар тубы.

Янап ҡуйған булам уға,
Ул юрый ҡурҡҡан була...
Әй бала саҡ!
Күҙҙәренән
Күпме бәхет урғыла!

Һуҡмағына нур көлтәһе
Түгелә керпек осонан...
Ҡыуанысы
Йондоҙ булып
Ҡунды бына усыма.
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар