Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 4-08-2016, 09:19 | Категория: Минең ғаиләм / Минең әлифбам

Просмотров 732
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2016
Рубрика:Минең ғаиләм / Минең әлифбам
Исеме:
Автор:Земфира АҠБУТИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:


«Эр»ҙың кәрәген бирәм
(Хикәйә)
Әлфирә һөйләшә башлағандан алып “эр” өнөн әйтә белмәй. Ағай-апайҙарына был хәл ҡыҙыҡ булып күренә. Яйы сыҡҡан һайын унан:
— Исемең нисек? – тип һорайҙар.
— Әлфилә, — тип «эр»һыҙ ғына яуап ҡайтара ҡыҙ.
Улар һеңлеһенә төрлө әйберҙәр күрһәтә.
— Был нимә?
— Салбал.
— Ә тегеһе?
— Бүлек, — ҡыҙ барыбер һүҙҙәрҙе «эр»һыҙ ҡабатлай.
Салбар менән бүрек тотҡан ағай-апайҙары Әлфирәне үсекләйҙәр.
– Һаҡау, һаҡау... Һаҡау менән уйнамайбыҙ. Һаҡауҙы уйнатмайбыҙ.
Улар ҡаса. Әлфирәнең күҙҙәренән йәштәр тама. Яңғыҙ ҡалғас, ҡыҙ илай-илай «эр» өнөн әйтергә тырыша. Килеп сыҡмай. «Эр»лы һүҙҙәрҙе тырышып-тырмашып ҡысҡырып ҡабатла¬й. Юҡ, булмай.
Ағай-апайҙары Әлфирә менән уйнамағас, яңғыҙ ултыра инде!.. Йә кәртә башында, йә мунса алдында, йә умарта баҙының баҫҡысында. Яңғыҙ ҡалһа, тағы «эр»лы әйберҙәрҙе ҡысҡырып атарға тотона. Килеп сыҡмағас, бө¬тә өндәрҙе берәмләп тә, ҡушып та ҡабатлап ҡарай. “Эр” өнөн әйтә алмағас, ҡатыраҡ яңғыраған “ж”, “ш” өндәренә көс төшөрә, уларҙы ҡабатлай торғас, хатта тауышы бөтөп китә.
Шулай бер йәй бу¬йы теш үтмәҫ «эр» менән көрәште. Яңғыҙ ҡалып ултырыу ҡыҙға йыш эләгә. Өлкән ағаһы менән апаһы әсәйҙәре менән бесәнгә китә, икенсе апаһы ҡустыһын йоҡлата. Үҙе үҙенә баш, үҙенә түш булып, «эр» өнө менән алыша. Тырыша торғас, барыбер әйтте уны! Башта үҙ ҡолағына ышанмай торҙо. Тағы ҡабатлап ҡараны. Сыға! «Эр»лы һүҙҙәрҙе теҙҙе. Килеп сыға бит! Бер кемгә лә өндәшмәй, көн буйы «эр»лы һүҙҙәрҙе үҙ алдына ғына әйтеп йөрөнө. Ә шатлығы эсенә һыйманы. Кем менән бүлешергә икән? Бесәнселәр ҡайтҡас, әсәһенә ҡаршы йүгерҙе:
— Әсәй, әсәй! Хәҙер мин «эр» тип әйтә беләм! Бына әйтәйемме? Минең исемем – Әлфирә! — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты.
Әсәһе, йылмайып ҡыҙының арҡаһынан һөйә:
— Өйрәнгәнһең бит!
Түбәһе күккә тейҙеме ни Әлфирәнең! Ағай-апайҙары ла уны уратып алды.
— Хәҙер уйнарға яраймы? — тип һорайҙар, юрый “эр” өнөнә баҫым яһап.
— Әлфирә, Әлфирә, “эр”ҙың кәрәген бирә!
Әлфирә ҡыуанып улар артынан ҡабатлай.


Земфира АҠБУТИНА
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар