+7 (917) 470-05-30 mir.prima@mail.ru
Регистрация
все шаблоны для dle на сайте newtemplates.ru скачать

“Быуаттарҙан-быуаттарға ел һин, “Аҡбуҙат”!

amira 7-08-2016, 12:30 851 Журнал тураһында / Конкурстар / Бәпембә-2016
[rating-type-4]{likes} {dislikes} [/rating-type-4]

“Быуаттарҙан-быуаттарға ел һин, “Аҡбуҙат”!

 

"Быуаттарҙан-быуаттарға ел һин, "Аҡбуҙат”!

 

Һөйөклө "Аҡбуҙат”! 1991 йылда исем туйыңды үткәргәндә Нурмөхәммәт мөфти хәҙрәт һиңә аҡ юл теләп фатихаһын биргәйне. Донъяға килгәс тә аяғыңда ныҡ баҫып тора инең инде һин: 22 мең уҡыусы һине алдырып уҡый ине. Юлың, ысынлап та, аҡ булды: йылдан-йыл үҫтең, матурландың. "Аҡбуҙат”ты уҡып күп нәмәләр белгәндәрҙең балалары ярата һине хәҙер.

Ҡәҙерле "Аҡбуҙат”, бына бит һиңә 25 йәш тә тулып китте. Юбилейыңда һине бар иткән шәхестәргә рәхмәт әйтеп китәйек. Һин башта "Ағиҙел” журналында "бәпембә” булып тыуҙың. Баҫманың баш мөхәррире Булат Рафиҡов, яуаплы сәркәтибе Әмир Әминев һинең өсөн йән атып торҙо. Бик күп балалар яҙыусылары ҡатнашты һине үҫтереүҙә.

"Аҡбуҙат” булып киткәс тә тәүге хеҙмәткәрҙәр Майя Зыяи, Фәйрүзә Фәтҡуллина, Зарема Әхмәтйәнова, Салауат Кәрим бар илһам һәм көс-дәрттәрен биреп эшләне. Уларға Сулпан Билалова, Мәрйәм Рәхмәтуллина, Фәниә Айытҡолова килеп ҡушылды.

Яҙыусы дуҫтарыбыҙ һәм рәссамдарыбыҙ күбәйҙе. Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт!

Ә мин иң илһамлы ижад йылдарымды һиңә бағышланым. Һинең өсөн бик күп әҫәрҙәр яҙыуым менән бәхетлемен. "Бәпембә”не лә ҡушып иҫәпләһәң, мин һин бай йөкмәткеле, күркәм булһын өсөн егерме йылдан ашыу ғүмеремде бирҙем.

Бөгөн һиндә эшләгән коллективҡа яңынан-яңы уңыштар теләйем. Халҡыбыҙҙы, республикабыҙҙы ҡыуандырып, быуаттарҙан-быуаттарға ел һин, һөйөклө "Аҡбуҙат”!

Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА,

Башҡортостандың халыҡ шағиры,

"Аҡбуҙат”тың тәүге баш мөхәррире.

[xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
[related-news]

Похожие новости

{related-news}
[/related-news]
Powered by Издательство ЮЛДАШ. Все права защищены. Копирование материала строго запрещено.
Закрыть
×
Задать вопрос
Отправить вопрос
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Заказать услугу

Отправить заявку на услугу
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Информация
Заявка успешно отправлена!
Мы свяжемся с Вами в ближайшее время.


Закрыть
×
Информация


Соглашаюсь и принимаю