Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 9-09-2013, 14:44 | Категория: Журнал тураһында / Авторҙар

Просмотров 2 431
"Аҡбуҙат"та баҫылған:08-2013
Рубрика:Журнал тураһында / Авторҙар
Исеме:БАЛАСАҠ УТРАУЫ
Автор:Лариса Абдуллина
Район:
Ауыл:
Рәссам:Виктория Гаптарь
БАЛАСАҠ УТРАУЫ/Лариса Абдуллина

Баласаҡтың утрауына –
Килегеҙ беҙгә, дуҫтар!
Сәпәкәйле уйнағанда
Тоташһын йылы устар!

Беҙҙә гөлдәр сәскә ата,
Йыл буйы ҡояш көлә.
Йәйен-ҡышын, һәр бер миҙгел
Күстәнәс тейәп килә.

Беҙҙә сағыу йәнһүрәттәр,
Һөйләшә бар йәнлектәр.
Улар бала саҡ иленең
Хужалары кеүектәр.

Шишмәләр мәҡәлдәр әйтә,
Көләмәс һөйләй йылға.
Ҡара урман эстәренә
Барса әкиәт тулған.

Һиңә һуҙам ҡулдарымды,
Һин минең ҡулға тотон!
Ете диңгеҙҙә һүнмәһен
Беҙҙең дуҫлыҡтың уты!
Ете тауҙы аша сыҡһын
Тәрән дуҫлыҡтың ҡото!
(голосов:5)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар