Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 10-08-2016, 16:25 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Просмотров 945
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2016
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме:
Автор:Филүзә ХӨСНӨТДИНОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Кескәй Төлкөбикә нисек итеп Үгеҙбалыҡты үпкәләткән

 

(Эскимос әкиәте)
 
Кескәй Төлкөбикә дингеҙ яры буйлап китеп бара икән. Диңгеҙ балығы Үгеҙбалыҡ, һыуҙан башын сығарып, Төлкөбикәне күҙәтә башлаған. Төлкөбикә, Үгеҙбалыҡты күреп, йырлап ебәргән: — Үгеҙбалыҡ, Үгеҙбалыҡ, Кәшил ауыҙ, таҫыр күҙ! Үгеҙбалыҡ, Үгеҙбалыҡ! Оло ауыҙ!  Упай күҙ! Үгеҙбалыҡ! Үгеҙбалыҡ! Сәнскеле тән, тунһыҙ тән! — Ә һин ялбыр, лаҫтыр, ә күҙҙәрең таҫыр! Һин диңгеҙҙә йәшәй ҙә алмайһың! Кескәй Төлкөбикә ҡысҡырып илап ебәргән дә өйөнә йүгереп ҡайтып киткән. Әсәһе унан һорай икән: — Кем һине ҡыйырһытты, ҡыҙым? Ниңә илайһың? — Нисек инде мин иламайым! Мине диңгеҙҙә йәшәгән Үгеҙбалыҡ рәнйетте. Һин лаҫтыр, күҙҙәрең таҫыр, тине. Төлкө һорай икән: — Ә һин, ҡыҙым, уға берәй нәмә әйтмәнеңме? — Әйттем. — Нимә тип әйттең? — тип һорай төлкө. — Мин уға, һин упай күҙ, кәшил ауыҙ, тип кенә әйткәйнем... — Ана бит, — тигән әсәһе, — һин үҙең башлап Үгеҙбалыҡты рәнйеткәнһең шул.
 
 
Филүзә ХӨСНӨТДИНОВА тәржемәһе.
 
Кескәй Төлкөбикә нисек итеп Үгеҙбалыҡты үпкәләткән
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар