Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 20-08-2016, 09:44 | Категория: Йыл миҙгелдәре / Яҙ

Просмотров 665
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2016
Рубрика:Йыл миҙгелдәре / Яҙ
Исеме:
Автор:Рәмзилә ХИСАМЕТДИНОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ҠӘЙҮМОВА

Яҙғы шатлыҡ

 

Яҙғы шатлыҡ

 

 
Яҙғы шатлыҡ
Рәмзилә ХИСАМЕТДИНОВА
 
Күперә муйыл күбеге,
Бешелгән ҡымыҙ кеүек,
Эргәһендә бал ҡорттары
Выжылдай ҡумыҙ кеүек.
Иҫертә муйыл күбеге —
Еҫе һыймай донъяға…
Үтә шым суфый еректең
Күҙҙәренән нур аға.
Аңҡы-тиңке,
Аңҡы-тиңке,
Килә яҙын әрәмә.
Көпә-көндөҙ көн нурында
Күҙ алдары бәйләнә.
Күперә муйыл күбеге,
Йәш үләнгә түгелә…
Быуындарҙың хәлен ала,
Йәш үләнгә сүгелә.
Уфылдап ауыр һулама,
Тының да тойолмаһын.
Өрпәк сәскә — өркәк сәскә
Тышыңдан ҡойолмаһын!
— Шаҡыр, шыҡыр, һайыҫҡан!
Ҡайҙан килдең?
— Яйыҡтан.
— Яйыҡ ҡайҙа?
— Ярында.
— Яры ҡайҙа?
— Янымда.
— Шаҡыр, шыҡыр, һайыҫҡан!
Килмәнең бит Яйыҡтан.
Йомортҡаһын тауыҡтың
Һағаланың ярыҡтан.
 
Рәссам Майя ҠӘЙҮМОВА 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар