“Бәпембә” II
amira 25-08-2016, 09:26 584 Журнал тураһында / Конкурстар / Бәпембә-2016
Өфөгә был көндө бөтә республиканан йәш шағирҙар йыйылды. Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге конкурста еңеүселәрҙе "Бәпембә” II Республика балалар шиғриәте фестивале ҡолас йәйеп ҡаршы алды.
Фәһемле үтте фестиваль: балалар яҙыусылар, журналистар менән осрашты, оҫталыҡ дәрестәре алды. "Китап” нәшриәте буйлап экскурсияла йөрөнөләр. Мостай Кәрим, Салауат Юлаев һәйкәлдәрен барып күрҙеләр.
Тантаналы кисәлә йәш таланттарҙы арҙаҡлы шәхестәр ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы
"Бәпембә” фестиваленең төп бүләге — Гран-приға Ейәнсура районы Байыш ауылы егете, Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназияһы уҡыусыһы Ғайсар Ҡансурин лайыҡ булды. "Аҡбуҙат” журналы еңеүсенең тәүге китабын нәшер итәсәк.
— Рәхмәт һиңә, фестиваль! — тип таралышты тыуған яҡтарына балалар.
Изге орлоҡтарынды тарат, "Бәпембә”!
Йәш таланттарҙы тағы түңәрәк ҡорға йый!
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА.
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
Похожие новости
{related-news}[/related-news]