Умартасы булырмын
amira 25-08-2016, 17:25 635 ---
Умартасы булырмын
Ҡартатайым ҡорт айыра,
Ә мин ҡарап торамын.
Ярҙам ғына итер инем,
Әҙерәк кенә ҡурҡамын!
Үҙ эшемдең оҫтаһы –
Умартасы булырмын.
Туғандарҙы, дуҫтарҙы
Мин бал менән һыйлармын.
Ейәнем уңған шул, тиеп,
Һоҡланыр ҡартатайым.
Атай, ярҙам итәбеҙ, тип,
Йүгереп йөрөр улдарым!
Филүз ӘБДЕЛМӘНОВ.
Йылайыр районы Йомағужа ауылы.
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
Похожие новости
{related-news}[/related-news]