Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 29-08-2016, 12:26 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Просмотров 1 627
"Аҡбуҙат"та баҫылған:07-2016
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме:
Автор:Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА
Район:Бөрйән районы
Ауыл:Әбделмәмбәт ауылы
Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

Тәбиғәтте һаҡлайыҡ

 

Тәбиғәтте һаҡлайыҡ 

 (Әкиәт)


  Мөғжизәле әкиәт урманы үҫемлектәргә, ҡош-ҡорттарға, йәнлекянуарға бик бай булған, ти. Ситтәрәк аҡҡан шишмәнең дә һыуы бик тәмле һәм файҙалы икән. Йәйге кистә йәнлектәр, ҡоштар йыйылышып, иртәгеһе көн тураһында кәңәшләшә. Ҡарлуғас былай тип әйтә:


Тәбиғәтте һаҡлайыҡ

 

   — Иртәгә күңелле булмаҡсы, — тигән, ти, ҡуян һикерәңләп. Таң да ата. Йәнлектәр үҙ эштәренә тотона: тейендәр ағастанағасҡа һикерешеп сәтләүек йыя, айыу менән бүре ниҙер әтмәләй, ҡоштар сыр-сыу килеп һайрай.

 

Тәбиғәтте һаҡлайыҡ

 

  Балаларҙың көлөшкән, сырылдашҡан тауыштары ишетелә. Тейендәр һикерешеп ҡаршыларға сабалар. Балалар көн оҙоно урманда булалар. Эңер төшә башлағас ҡына ҡайтыр яҡҡа ыңғайлайҙар, сөнки көн болотлап, ямғыр яуыр кеүек була.
   Йәнлектәргә, ҡоштарға ла ояларына ҡайтышыр ваҡыт етә. Улар таралыша башлай. Әммә ни күҙҙәре менән күрһендәр: унда-бында сүп-сар ята, матур-матур сәскәләр ҙә юҡҡа сыҡҡан, үләндәр тапалған.
   — Кем эше был? — тип ҡаты тауыш менән яу һала айыу. Бөтәһе лә аптырауға ҡала. Сөнки был урман, балалар килмәҫтән алда, бик матур ине.
   — Эх, йүнһеҙҙәр! Тәбиғәт — беҙҙең изге йортобоҙ. Беҙ уларҙы, изге күңелле балалар икән, тип, урманға индерҙек, ә улар йәнлектәргә, ҡоштарға зыян килтергән, — тип айыу йәнә үкереп ебәргән.
 

Тәбиғәтте һаҡлайыҡ

 

   Күп тә үтмәй, йәшенле ямғыр башлана. Урмандан ҡайтып килеүсе балалар ҡайтып өлгөрмәгән, ямғырға эләгеп, һыуланышып ағас ышығына йәшенгән. Күк тә көйөнгәндер, күрәһең, уларҙың ҡылығына. Дуҫтар, тәбиғәтте һаҡлайыҡ. Тәбиғәт — беҙҙең изге йорт, беҙ уны һаҡларға бурыслыбыҙ!
 
 
Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА. Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар