Өләсәйен кем
amira 29-08-2016, 12:48 516 ---
Урман юлынан машинала елдереп, шәп-шәп атлаған бер малайҙы ҡыуып еттек тә эргәбеҙгә ултыртып алдыҡ.
— Ҡайҙа бараһың? — тип белештем унан.
—Яңғыҙ йөрөргә ҡурҡмаған егет икәнһең!
— Утарға барам, — тине «егет», шунан өҫтәп ҡуйҙы.
— Өләсәйем шунда йәшәй.
— Кем һуң өләсәйең?
— һөйләшеүгә шофер ҙа ҡушылды.
— Өләсәй инде...
— Исеме нисек? — ҡабат мәрәкәсел генә өндәште был тирәне яҡшы белгән шофер.
— Өләсәй! — тимәһенме малай ҡаты ғына.
Уйға ҡалдым. Бәй, бәләкәй саҡта үҙем дә өләсәйҙәремдең исемен белмәнем бит. Ә һеҙ, балалар, беләһегеҙме?
Сабир ШӘРИПОВ
[xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
Похожие новости
{related-news}[/related-news]