Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 25-09-2016, 12:06 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Просмотров 944
"Аҡбуҙат"та баҫылған:06-2016
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме:
Автор:Рәмилә СОЛТАНОВА
Район:Ейәнсура районы
Ауыл:Иҫәнғол ауылы
Рәссам:Рәссам Азамат ҒАРИПОВ

Ҡарға менән Һайыҫҡан

 

 


Ҡарға менән Һайыҫҡан
 
 

 
 (Әкиәт)
 
 
 

 

 

   
   Борон-борон заманда ауыл ситендәге шырлыҡ туғайҙа ҡарға менән һайыҫҡан йәшәгән. Һайыҫҡан кетәктән йомортҡа ташып дуҫын һыйлаған. Ҡарға бәпкә урлап һайыҫҡанды ҡунаҡ иткән. Берҙән-бер көндө, ауыл араһында күп йөрөргә яратҡан, ҡыҙыҡһыныусан һайыҫҡан, бер малайҙың ап-аҡ ҡына шәкәр кимереп ултырыуын күреп: «Нимә ул?»— тип һораған. «Шәкәр», — тигән малай, хатта уға ла бүлеп биргән. Һайыҫҡан шәкәрҙе тәмләп ҡараған да дуҫын да һыйламаҡсы булған был тәмле ризыҡ менән. Тик әҙерәк осоп бара ла тәмләп ҡарағыһы килеп китә икән. Әҙләп кенә кимерһә лә, кимерә торғас бөткән дә ҡуйған шәкәре. Шулай ҙа, ҡарғаға ҡайтып: «Шәкәр ап-аҡ», — тип хәбәр һалған. Шәкәрҙе ғүмерҙә лә күрмәгән ҡарға: «Юҡ, ҡар аҡ», — тигән. «Шәкәр аҡ!» — тип һүҙен бирмәгән, күреп кенә түгел, тәмләп тә ҡараған һайыҫҡан. «Ҡар!» — тип еңешкән ҡарға. Шулай итеп бәхәсләшә торғас талашып киткәндәр. Шунан башлап «Шәкәр аҡ!» — тип еңешкән һайыҫҡан шыҡырыҡлай, уға һүҙен бирмәгән ҡарға ҡарҡылдай. Бербереһен аңлап, уртаҡ һүҙгә килә алмағас, дуҫлыҡ та бөткән, икеһе ике яҡҡа осоп та киткән.
 
 

Ҡарға менән Һайыҫҡан

 

 
 
Рәмилә СОЛТАНОВА. Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы.
Рәссам Азамат ҒАРИПОВ

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар