Атайым
amira 25-09-2016, 12:13 699 ---
Атайым
Атайым минең — иң көслө,
Донъяла иң шәп кеше.
Оҫта ла ул, ҡулынан
Килә уның һәр эше.
Боҙолған әйбер юҡ өйҙә,
Атай шундуҡ йүнәтә.
"Егәрле булыр кәрәк”, — тип
Миңә һәр саҡ өйрәтә.
Атайыма ярҙамлашам,
Сүкеш алам ҡулыма.
"Ярҙамсым үҫеп килә”, — тип,
Атай миңә ҡыуана.
Земфира ЮЛАМАНОВА, тәрбиәсе.
"Әкиәт” балалар баҡсаһы, Баймаҡ ҡалаһы.
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
Похожие новости
{related-news}[/related-news]