“Әкиәт” баҡсаһына
amira 25-09-2016, 12:20 691 ---
"Әкиәт” баҡсаһына
Көн дә иртән киләмен.
Бында беҙҙе яраталар,
Быны яҡшы беләмен.
Йырлайбыҙ ҙа, бейейбеҙ ҙә,
Һүрәттәр төшөрәбеҙ.
Тәмле бутҡалар ашап,
Көслө булып үҫәбеҙ.
Күп нәмәләр өйрәнәбеҙ
"Әкиәт" баҡсаһында.
Иртән тағы ла килермен,
Бик күңелле шул бында.
Земфира ЮЛАМАНОВА, тәрбиәсе.
"Әкиәт” балалар баҡсаһы, Баймаҡ ҡалаһы.
[xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
Похожие новости
{related-news}[/related-news]