+7 (917) 470-05-30 mir.prima@mail.ru
Регистрация
все шаблоны для dle на сайте newtemplates.ru скачать

ТУНМАҪ МЕНӘН ӨШӨМӘҪ

amira 26-09-2016, 08:28 589 ---
[rating-type-4]{likes} {dislikes} [/rating-type-4]

                                                                                                                      Айнар БАЙБУЛАТОВ

 

ТУНМАҪ МЕНӘН ӨШӨМӘҪ

 

Туңмаҫ менән Өшөмәҫ

 

(Комикс)


     Барлыҡ ҡар бабайҙар ҙа төнъяҡ полюста йәшәп ята, ти. Туңмаҫ менән Өшөмәҫ ҡарҙан өй төҙөй, аҡ айыуҙарға, пингвиндарға балаларын ҡарашырға ярҙам итә.  

    Туңмаҫ Рәсүлде ныҡ һағынған, ти. Рәсүл дә дуҫы тураһында уйлап ултыра.

 

 

ТУНМАҪ МЕНӘН ӨШӨМӘҪ

 

 

    Туңмаҫ Рәсүлде һағынғанлығы тураһында Өшөмәҫкә һөйләп бирә. Бергәләшеп малайҙы барып күрергә була, ти.

    Рәсүлгә электрон хат ташлайҙар, килеүҙәре тураһында иҫкәртәләр. Малай ҡыш килеүҙәрен үтенә.

    Яуапты ла көтмәй, ҙур һауа шарында Өфөгә ҡарай осалар, ти. Һауа бейеклегендә һалҡын булғас, Туңмаҫ менән Өшөмәҫ бер нәмә лә һиҙмәй. 

 

 

ТУНМАҪ МЕНӘН ӨШӨМӘҪ

 

 

 

   Аҫҡа ҡараһалар — ни күрһендәр, Өфө тирәһендә — ағастар, йәшел үлән. Ҡар бабайҙар ныҡ аптыраған, ти. 

   Төшөүҙәре була, Туңмаҫ та Өшөмәҫ тә ҡаты тиргә бата. Ирей башлай. 

   Уларға ярҙамға дуҫтары менән бергә Рәсүл йүгерә, ти. Баҡтиһәң, ул туңдырма һатҡан апайҙан һыуытҡысын алып торған. Туңмаҫ менән Өшөмәҫ һыуытҡыс эсенә инеп ултыра, ти.

 

 

ТУНМАҪ МЕНӘН ӨШӨМӘҪ

 

 

 

 

   Дуҫының уны онотмауына Туңмаҫ бик шатлана. Оҙаҡ ҡына бергәләшеп парк буйлап йөрөйҙәр. 

   Кәйеф күтәрелгәс, Туңмаҫ менән Өшөмәҫ йәһәт кенә һауа шарына ултырып, төньяҡ полюсҡа юллана. Ҡышын кире әйләнеп ҡайтырға вәғәҙә бирә.

   Дуҫтарығыҙға һәр саҡ ярҙам итегеҙ!

 
 
 Рәссам Артур ВАСИЛОВ

[xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
[related-news]

Похожие новости

{related-news}
[/related-news]
Powered by Издательство ЮЛДАШ. Все права защищены. Копирование материала строго запрещено.
Закрыть
×
Задать вопрос
Отправить вопрос
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Заказать услугу

Отправить заявку на услугу
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Информация
Заявка успешно отправлена!
Мы свяжемся с Вами в ближайшее время.


Закрыть
×
Информация


Соглашаюсь и принимаю