ФӘҺЕМЛЕ ОСРАШЫУ
amira 26-09-2016, 15:20 590 ---
Фәһемле осрашыу
Сағыу, үҙенсәлекле байрам яңыраҡ та булып үтте. Был көндө баҡсала тәрбиәләнеүсе кескәй малай һәм ҡыҙҙар — башҡорт төркөмөнә йөрөүсе балалар, милли кейемдәр кейеп, халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре өйрәнеп, ҡунаҡтарҙы көтөп алды. Ҡунаҡтар ҙа алыҫтан — республикабыҙҙың иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабанан килгән. Осрашыуҙа Республика Халыҡтар Дуҫлығы Йортонан да ҡунаҡтар булды.
Иң беренсе Рәүилә апай Лоҡманова балаларға башҡорт халҡының данлыҡлы уйын ҡоралы — ҡурайҙың тарихын һөйләне. Ҡурайсы Илһам ағай Байбулдин ҡурайҙа, думбырала дәртле көйҙәр уйнаны. Әсәле-ҡыҙлы Нәркәс һәм Гәүһәр Байбулдиналар "Серҙәштәр” бейеүе менән барыһын да таң ҡалдырҙы. Ҡунаҡ апайҙарҙың иҫ киткес матур милли кейемдәренә, сулпыларына һоҡланып ҡараны бәләкәстәр.
Сәйетбаба мәктәбе уҡыусылары Алтынай Шәйхулова менән Нәркәс Байбулдиналар балалар баҡсаһында беренсе тапҡыр сығыш яһаһалар ҙа, ҡаушап ҡалманылар. Халыҡ йырҙарын да, таҡмаҡтар ҙа йырланылар.
Байрам ашы — ҡара-ҡаршы, тигәндәй, кескәйҙәр ҙә ҡунаҡтарға үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтте. Шиғырҙар, йыр-бейеүҙәр өйрәткән икән тәрбиәселәре. Йыраҡтан килгән апай-ағайҙары менән бергәләшеп "Йәшерәм яулыҡ” уйынын уйнанылар.
Һуңынан танылған ҡурайсы, думбырасы Илһам ағай Байбулдин балаларға оҫталыҡ дәресе күрһәтте, ҡурай эшләү серҙәрен асты. Өлән-көпшәнән йәнле ҡурай килеп сыҡҡас, балалар ҡурайсыға ҡушылып "Ҡарабай”ҙы йырланы.
Ҡунаҡтар буш ҡул менән килмәгән икән. Илһам Байбулдин балалар баҡсаһына ҡурай, ә Рәүилә Лоҡманова Сәйетбабалағы гипстан һындар эшләү түңәрәгенән бүләктәр тапшырҙы. Иҫтәлекле бүләктәрҙе ҙур ихласлыҡ менән ҡабул итеп алды "Ысыҡҡай”.
Балаларҙа ла, ата-әсәләрҙә лә туған телдең, халыҡ ижадының бөтмәҫ байлыҡтарын күреү, тыңлау оло ҡыуаныс тыуҙырҙы.
Миңлегөл ТАЙСИНА.
Өфө районы.
[xfgiven_images]Похожие новости
{related-news}[/related-news]