+7 (917) 470-05-30 mir.prima@mail.ru
Регистрация
все шаблоны для dle на сайте newtemplates.ru скачать

ҺӘР ЕРҘӘ ЙӘМ, ҠОТ - ЫРЫҪ

amira 6-10-2016, 12:00 570 ---
[rating-type-4]{likes} {dislikes} [/rating-type-4]

ҺӘР ЕРҘӘ ЙӘМ, ҠОТ - ЫРЫҪ

 

ҺӘР ЕРҘӘ ЙӘМ, ҠОТ - ЫРЫҪ

 

Бер тылсымлы йортта китаптар һөйләшә, ти.

– Ҡайһылай матур һинең һүрәтең!

– Ә һине шулай зауыҡлы итеп төпләгәндә!

 

Ә арыраҡ бер үк форматтағы ҡағыҙ өйөмө быларға бер аҙ көнләшә биреп ҡарай. "Ҡасан беҙ ҙә шундай баҫмаға әйләнербеҙ икән?” — тип көтә.
Әйҙәгеҙ әле, беҙ ҙә күҙ һалайыҡ яңы китаптарға!
Рәшит Солтангәрәевтең башҡорт һәм рус телдәрендәге хикәйәләр йыйынтығы «Ҡояш ҡайтты» тип исемләнгән. Уның төҙөүсеһе һәм тәржемәсеһе — Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина. Был китапта яҙыусы хәл-ваҡиғаларға балаларса бер ҡатлылыҡ менән баға.
Тамара Искәндәриәнең«Бәрәкәтле көн» тигән әкиәттәр һәм хикәйәләр йыйынтығы ла һәр кемде ҡыҙыҡһындырыр. Бала саҡтың ғүмер буйы үҙенә тартып торған мәлдәре хаҡында ул. Һәр үлән, йәнлек, тау, йылға, хатта уйынсыҡ та көс, аҡыл биргәндәй тойола бит сабыйға.
Әбйәлил районынан Мәҙинә Йәғәфәрованың сағыу һүрәтле шиғыр китабы «Ҡупшы себеш» тип атала. Китаптағы шиғырҙарҙың геройҙары Искәндәр менән Сөмбөл исемле ҡыҙ һәм малай шаян да, шуҡ та, тиктормаҫ та. Улар көлгәндә ҡояш йылмая, улар йөрөгән һәр ерҙә йәм, нур, ҡот-ырыҫ арта.
Рус телендә Вера Капустинаның яңы китабы «Ботинкипоссорились» тип исемләнгән. Кескәй бала күҙлегенән уҡымлы хикәйәләр ижад иткән автор.
Йәш автор Елена Антонованың үҙе эшләгән һүрәттәре менән биҙәлгән «Мишка» тигән повесы ла уҡыусыларҙы ылыҡтырыр, тип ышанам.
 
Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА,
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире.
 
[xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
[related-news]

Похожие новости

{related-news}
[/related-news]
Powered by Издательство ЮЛДАШ. Все права защищены. Копирование материала строго запрещено.
Закрыть
×
Задать вопрос
Отправить вопрос
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Заказать услугу

Отправить заявку на услугу
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Информация
Заявка успешно отправлена!
Мы свяжемся с Вами в ближайшее время.


Закрыть
×
Информация


Соглашаюсь и принимаю