Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 31-10-2016, 15:51 | Категория: Авторҙар / Минең ғаиләм

Просмотров 743
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2016
Рубрика:Авторҙар / Минең ғаиләм
Исеме:Алма баҡсаһы.
Автор:Гөлсинә Йосопова
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина Әхмәҙуллина

 Алма баҡсаһы.

– Ҡартатай, бөгөн беҙ алма йыябыҙмы? – тип һораны Йәмил, өй артындағы баҡсаға ҡарап.
– Әлбиттә, улым. Был ваҡытта күп алмалар бешеп өлгөрә, – тине ҡартатаһы, ҡапҡаны асып ейәнен
индергәндә.
– Ҡартатай, миңә бәләкәй генә һары алмалар оҡшай, ҡыҙылдары ла тәмле, ә бына ҙур йәшел алмалар ни эшләптер әсе. Ә һиңә ниндәй алмалар оҡшай?
– Бәләкәй генә булып үҫеп килгән алмағастарын яратам.
– Ҡартатай, уларҙың нимәһен яратаһың? Алмалары ла юҡ. Тиҙерәк үҫеп етеп күп итеп алма бирһендәр ине ул!
– Уға ҡарайым да, һиңә оҡшатам. Һин шул ағастың үҫеүен теләгән шикелле, үҙең дә ҙур үҫергә теләйһең.
– Эйе. Ә алмалы ағастар атай-әсәйем йәшендәме?
– Эйе, улым. Тап шулай. Уларҙың ҡойолған алмаларынан яңылары үҫеп сыға.
– Ә һинең йәшеңдәге алмағастар бармы?
– Бар, улым. Ана баҡса уртаһындағы олпат ике алмағасты күрәһеңме?
– Эйе, ә алмалары бик аҙ бит.
– Уларҙың алмаһынан баҡса ағас менән тулды.
Әлеге ваҡытта ошо йәш ағастарҙың балдай татлы еҫтәренә ҡыуанып, ҡояштан һаҡлап торалар.
Шунан Йәмил йылмайып:
– Ҡартатай, һинең менән өләсәй беҙгә ҡыуанған шикеллеме?
– Эйе, улым, балдай татлы емешем, әйҙә, алмаларҙы йыяйыҡ.



(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар