Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 31-10-2016, 16:14 | Категория: Авторҙар / Тәмлекәс / Шиғырҙар

Просмотров 762
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2016
Рубрика:Авторҙар / Тәмлекәс / Шиғырҙар
Исеме:Витамин
Автор:Ринат Сөләймәнов
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат Ғарипов

Витамин

 Ринат Сөләймәнов

Витамин

 

Йәй буйына тырышып,

Ҡараныҡ йомарт ерҙе.

Алтын көҙҙәр етеүгә

Баҡсабыҙ уңыш бирҙе.

 

Кәбеҫтәне, ҡыярҙы,

Сөгөлдөрҙө, кишерҙе

Маринадлап һәм тоҙлап,

Мөгәрәпкә төшөрҙөк.

 

Ҡышын һалҡын тейҙереп,

Әгәр сирләп китһәм мин,

Беҙҙең көҙгө уңыштан

Юҡ яҡшыраҡ витамин.

 

Шуға ҡурҡытмай мине

Сатнама һыуыҡлы ҡыш.

Өҫтәлдә йәй бүләге –

Баҡсабыҙ биргән уңыш.

 

"Баҡса уңһын, - ти, әсәй, -

Ил имен торһон, Амин!

Түтәлдәрҙә тәгәрәп

Өлгөрһөн, - ти, - витамин”.

 

 

 

 

 

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар