Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 10-12-2016, 12:43 | Категория: Алтын бишек / Минең ғаиләм

Просмотров 740
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2016
Рубрика:Алтын бишек / Минең ғаиләм
Исеме:Кем көслө?
Автор:Әлфинур Вәхитова
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат Ғарипов

Кем көслө?

 

 

Әлфинур ВАХИТОВА

КЕМ КӨСЛӨ?

(хикәйә)

 

Замираларҙың класына быйыл күрше ауылдан яңы уҡыусылар өҫтәлде. Улар тиҙ үк танышып, дуҫлаштылар. Тик был дуҫлыҡ Замираға оҡшаманы. Етмәһә, староста итеп күрше ауылдан килгән Хәбирҙе һайланылар. Яҡшы уҡый, йәнәһе. Ыҫпай кейенеп йөрөй, уҡыу кәрәк яраҡтары ла бар. Атаһы Себерҙә эшләй, тиҙәр бит...

Замира Хәбирҙең насар сифаттарын эҙләй башланы. "Уны барыһы алдында фаш итерлек булһын!” — тип уйланы ул.

Бер көн тәнәфестә, ул малайҙың сумкаһынан буяу ҡәләмдәрен сәлдерҙе. Әйҙә, яу һалып, бөтәбеҙҙе лә тикшерһен!

Бына рәсем дәресе башланды. Хәбир сумкаһын ҡәләмдәрен эҙләп табалманы. Шулай ҙа тауыш сығарманы. Ҡайтҡас, был турала өләсәһенә әйткәйне, ул да ейәнен хупланы. "Әгәр сумкаларын тикшереп йөрөһәң, иптәштәрең үҙеңә үпкәләр ине”, — тине.

Бер ял көнө Хәбир класташтарын саңғыла урманға сәйәхәт итергә саҡырҙы. Замира иһә шунда уҡ ҡаршы төштө.

— Унда нимә бар? Саңғылар ҙа етешмәй, — тип бөтәһе өсөн дә үҙе яуап бирҙе. "Һеҙ, малайҙар, барығыҙ әйҙә. Ә беҙ, ҡыҙҙар, сана шыуырбыҙ”. Шунан тиҙ үк уйындың шартына күсте. Мәктәпкә инеп, буфеттан кәнфиттәр алды. Мәрәй һайын бер тәмлекәс өләште. Шулай итеп, ҡыҙҙарҙы бөтөнләй үҙенә ҡаратты.

 

 

Кем көслө?

 

Бына ҡыш үтеп, яҙ килде. Шәмбе өмәләре башланды. Балалар мәктәп ихатаһын таҙартты. Малайҙар тырма тотоп сүп-сар йыя, ер һеперә. Ә ҡыҙҙар иһә класс бүлмәһен, тәҙрәләрҙе йыуа. Замира ла һепертке тотоп Хәбир янына барып баҫты.

— Ниңә ҡыҙҙар менән эшләмәйһең?— тип аптыраны малай.

— Ә һин ниңә тырма тотманың? — тип ҡаршы һорау бирҙе ҡыҙ.

— Миңә хоккей ярышын ҡарарға кәрәк. Малайҙарға әйттем. Хәҙер эшемде тиҙ генә бөтөрәм дә ҡайтам.

Замираға шул ғына кәрәк ине. Үҙ биләмәһендәге сүп-сарҙы Хәбир таҙартҡан ергә сығарып өйҙө.

Эш аҙағында ҡыҙҙың янына класс етәксеһе килде.

— Ниңә сүпте машинаға итеп һалмайһың? Бында ҡалһа яңынан ергә тараласаҡ бит, — тине ул.

— Мин генә өймәнем уны, Хәбир ҙә...

— Ә ул ҡайҙа?

— Хоккей ҡарай. Начальник бит. Нимә теләй, шуны эшләй.

— Бар сүпте машинаға һал, — тине уҡытыусы.

Замира йүгерә-йүгерә эшләгән булды.

Икенсе көн ҡыҙ мәктәпкә ашыҡты. Кәйефе күтәренке, эстән генә ҡыуанып бөтә алмай — үс алды бит, йәнәһе. Ишектән кереү менән уҡыусыларҙың мәктәп стенгәзитен ҡарап торғандарын күреп ҡалды. "Ҡара һин уны...?” — тип әйтеп тә өлгөрмәне, үҙенең фоторәсемен күреп ҡалды. Унда Хәбир биләмәһенә Замираның сүп ташлағаны төшөрөлгәйне. Фашланған ҡыҙ ни эшләргә лә белмәне.


Кем көслө?

 

 

Шул ваҡытта барыһына ла мәктәп залына йыйылырға ҡуштылар. Йөрәге "жыу” итеп ҡалды Замираның. "Хәҙер мине тикшерерҙәр инде”, — тип урамға сығып ҡасырға уйланы. Ләкин уҡытыусыларҙы күреп туҡтап ҡалды. Араларында ят ҡунаҡ та бар. Мәктәп директоры:

— Ҡәҙерле уҡыусылар! Бына Хәбирҙең атаһы беҙгә "күстәнәс” менән килгән, — тип һүҙҙе килгән ҡунаҡҡа бирҙе.

Замира ҡурҡышынан ултырғысына ҡуша йәбешкәндәй булды.

— Балалар! Һеҙҙең өлгәшеүҙәр бик ҡыуаныслы. Мәктәбегеҙҙең эсе лә, тышы ла "ялт” итеп тора. Мин дә һеҙгә буш ҡул килмәнем. Мәктәп ихатаһында хоккей майҙансығы төҙөргә булдым. Үҙ-ара дуҫ, татыу булығыҙ, тырышып уҡығыҙ, — тип һүҙен тамамланы ул.

Барыһы ла шатланышып таралыштылар. Замира ғына бойоҡ ине, ул башын түбән эйеп Хәбир янына килде.

— Хәбир, мин һинән көнләшеп, бик күп аламалыҡтар эшләнем, буяу ҡәләмдәреңде лә йәшерҙем. Һин ниндәй көслөһөң, бер кемгә лә өндәшмәнең! Ғәфү ит, мине, зинһар.

— Һин дә көслөһөң, Замира. Үҙ хатаһын таный алған кеше икеләтә көслө була, — тине малай.

Замираның өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй булды. Улар араһында булған кәртә юҡҡа сыҡты.

— Дуҫ булып ҡалайыҡ, — тине ҡыҙ.

— Дуҫ булайыҡ, —тине Хәбир.

 

 

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар