Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 7-12-2016, 13:17 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Просмотров 1 369
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2016
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме:Ҡыш тураһында әкиәт
Автор:Рәмилә Солтанова
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Ҡәйүмова

Ҡыш тураһында әкиәт

 Ҡыш тураһында әкиәт


Борон-борон заманда ла түгел, әлеге бер көндәрҙә булған, ти был хәл. Китәһе ҡоштар йылы яҡҡа осоп киткән, ағастағы бар япраҡтарҙы ел ергә түшәгән. Ҡуяндар ҙа һоро тундарын аҡҡа алмаштырған. Ерҙе ап-аҡ ҡар ҡаплаған. Ҡыш, хәҙер балалар урамға сығып ҡар бабайҙар яһар, тип көткән, мин уларҙың биттәрен яратып ҡына ҡыҙартырмын, тип, уйлаған. Тик урамға бер бала ла сыҡмаған, компьютер, планшет, телевизорға текләнеп өйҙәрендә ултыралар, ти. Ҡыш ныҡ үпкәләгән дә болоттарға — бейеккә менгән дә киткән, ти.

Ергә ҡар урынына быҫҡаҡлап ямғыр яуған да яуған. Инде өйҙә ултырып туйған балалар урамға уйнарға ла сыға алмай тәҙрәнән ҡарап ҡышты көткәндәр. Ә Ҡыш һаман килмәгән. Тиҙҙән инде Яңы йыл етер, ә тышта һаман Ҡар юҡ, тип ҡайғырышҡан балалар.

 

Ҡыш тураһында әкиәт

  Берҙән-бер көндө улар яҡындағы бер урманға Ҡышты эҙләргә сығып киткән, ти. Йөрөйҙәр ҡысҡырып "Ҡы-ы-ыш! Һин ҡайҙа?”— тип. Шул саҡ сибек кенә "Мин бында”, тигән тауыш ишетелеп ҡалған. Тауыш хужаһын эҙләһәләр, дүмгәк аҫтындағы тамыр араһында бәләкәс кенә бер аҡ тамсы тора ти. "Һин кем?”, — тип аптырап һораған унан балалар. "Тәүге Ҡырау, башҡалар иреп бөттө, ә мин йәшенеп ҡалдым ошонда. Ҡар яуғанын, Ҡыш килгәнен көтөп ятам”, — тигән. "Беҙ ҙә Ҡышты көтәбеҙ. Нисек табырға икән уны?”, — тип һораған балалар. "Үпкәләне ул һеҙгә, күп итеп ҡар бабайҙар яһағыҙ”, — тигән Ҡырау. "Нисек яһайыҡ, ҡар юҡ бит”, — тигән балалар. "Нимәнән булһа ла яһағыҙ ҙа, тәҙрә төбөнә теҙеп ҡуйығыҙ”, — тигән Ҡырау. Балалар тиҙерәк ҡайтып пластилиндан, ҡағыҙҙан Ҡар бабайҙар яһап тәҙрә төбөнә теҙеп ултыртҡандар.

 

 

 

 Бер көндө Ҡыш Ер өҫтөнә ҡараһа, унда һаман ҡара көҙ, ти. Көн ҡотһоҙ, быҫҡаҡлап ямғыр яуа, ти. Уның күҙенә балалар тәҙрә төбөнә яһап ултыртҡан ҡар бабайҙар күренә. "Ни эшләп ап-аҡ ҡына итеп, урамға яһап ултыртмағандар ул?”, — тип аптырап Көҙҙән һораған. "Һинһеҙ ҡар ҙа, ҡыш та юҡ, күптән һиңә эшкә тотонорға ваҡыт”, — тигән Көҙ.

Ҡыш тураһында әкиәт

 

Иртән балалар уянһа, тирә-яҡ ап-аҡ ҡар, ти. Улар тиҙерәк кейенеп, ҡар бабайҙар яһарға урамға сыҡҡан. Рәхәтләнеп ҡар бәрешкән, һырғалаҡтар эшләгән. Ҡыш уларҙың биттәрен алһыулаған. Тиҙҙән инде Яңы йыл да килеп етер. Матур-матур бүләктәр алып килер, тип шатланған Ҡыш, үҙенең эшенән ҡәнәғәт булып.

 

Рәмилә СОЛТАНОВА.

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы.





(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар