Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 10-12-2016, 14:00 | Категория: Яңы йыл / Авторҙар / Ҡыш / Тылсымлы һандыҡ / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 999

Төклө аяғың менән, Әтәс

 

 

Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА

Төклө аяғың менән, Әтәс!

 

Ҡатнашалар: Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Аҡбуҙат, Ҡарағолаҡ, Батыр, Гөлнәзирә, Әтәс, Төлкө, Маймыл, башҡа хайуандар.

1-се күренеш

Гөлнәзирә, Батыр, Аҡбуҙат, Ҡарағолаҡ инәләр.

Гөлнәзирә. Яңы йыл етеп килә, ә Әтәс һаман юҡ.

Батыр. Маймыл алдан уҡ йылға талашып йөрөй ине. Быйыл да китмәҫкә берәй хәйлә ҡормаймы икән?

Аҡбуҙат. Юҡ та. Ул ҡыланырға яратһа ла, алдашмаҫ.

Ҡарағолаҡ. Яңғыҙлыҡ яуға ярамай. Бер үҙе ҡарышып, йылды үҙгәртә алмаҫ. (Китәләр.)

Маймыл (инә). Эх! Нисек был йылды ла үҙемә эләктерергә? Үҙемдең генә баш етмәҫ. Төлкөбикәгә кәңәш итергә кәрәк.

Төлкө күренә. Кәрзин тотҡан.

Маймыл. Һаумы, йомшаҡ ҡойроҡ, нәҙек бил. Ҡайҙа юлландың?

 

 

 

Төлкөбикә. Баҙарға инде. Яңы йылға күстәнәстәр алырға кәрәк.

Маймыл. Үҙем бирермен. Быйыл – минең йылымда, алма, помидор, ҡыяр ишелеп уңды. Тик ярҙам ит!

Төлкө. Ярай һуң, әйт тиҙерәк!

Маймыл. Әтәсте йылға хужа итмәҫкә ине. Тағы ла минең йыл булһын.

Төлкө. Була ул. Алдарбыҙ, бутарбыҙ, әммә Яңы йыл байрамына барып етә алмаҫ. Ә һин, мә, хәҙер үк кәрзинемде тултыра тор. (Сығалар).

Әтәс (йырлай-йырлай инә).

Әтәс килә Яңы йылға,

Ҡарҙар бейеп яуғанда.

Бүләк тулы тоғом бар,

Ниҙәр генә юҡ унда?!

Ҡо-ҡо-ҡо-ҡо-ҡо.

Йырҙы ишетеп, Ҡар бөртөктәре күренә. Улар йырлай-йырлай әйләнә.

 

 

 

Ҡар бөртөктәре. Беҙ, ҡарҙар, осабыҙ,

Ян-яҡты ҡосабыҙ.

Төшәбеҙ тигәндә,

Ел менән осабыҙ.

Әтәс ағай, әйҙә һин дә беҙҙең менән ос!

Әтәс. Осор инем дә, тоғом ауыр. Юлды ғына күрһәтегеҙ.

Ҡарҙар. Беҙ осҡан яҡҡа ос! (Китәләр.)

Төлкө менән Маймыл инә.

Төлкө. Эй, Әтәскәйем, юлды үҙебеҙ күрһәтербеҙ. Анау яҡҡа (кире яҡты күрһәтә). Әле һин йырлай инеңме, Әтәс ағай? Ҡайһылай матур йырлайһың! Һандуғасың ары торһон!

Маймыл (Әтәс тирәләй әйләнеп). Уф, туның ниндәй матур! Ә башыңдағы бүркең… Әллә-лә-лә-лә.

Әтәс маҡтауға ирәйеп, маһайып бер-ике өйрөлөп ала. Төлкө менән Маймыл тоғон алып ҡаса.

Әтәс. Тоғом ҡайҙа? Бирегеҙ! (Илай.)

Тауышҡа Аҡбуҙат, Гөлнәзирә, Батыр, Ҡарағолаҡ инәләр.

Аҡбуҙат. Бына ҡайҙа икәнһең, Әтәсбай! Ни булды?

Әтәс. Ун ике йыл йыйған бер тоҡ аҡсам, күстәнәстәремде Төлкө менән Маймыл урланы.

Ҡарағолаҡ. Йомшаҡ йәйеп, ҡатыға ултырта шул Төлкө.

Батыр. Илама, эләктерербеҙ беҙ Маймыл менән хәйлә тоҡсайы Төлкөнө.

Гөлнәзирә. Тиң – тиңе менән, тинтәк тиле менән, икеһе лә пар килгәндәр. Киттек Шыршы байрамына. (Сыға.)

Аҡбуҙат. Байлыҡ – бер көнлөк. Йөрөһөндәр. Ә беҙ уларҙы Яңы йыл байрамына индермәйәсәкбеҙ.

 

 

2-се күренеш

Төлкө менән Маймыл аҡса бүлә. Маймыл аҡсаны тешләп ҡарай, еҫкәй. Ә Төлкө кеҫәһенә тултыра.

Маймыл. Үҙеңә күп алдың. (Тоҡ өсөн тартышалар.)

Төлкө. Ә хәҙер һиндә күп, бир! (Һуғышалар.)

Йыраҡтан йыр-бейеү ишетелә. Икеһе лә туҡтап тыңлап тора.

Маймыл. Ултыр инде һуғышып. Был тимерҙәр нимәгә миңә? (Аҡсаны тоҡҡа ташлай.) Эх, күңелһеҙ, ә унда…

Төлкө. Һин ғәйепле, һин ҡотҡосо! Йөрөр инем ошо ваҡыт мин дә йырлап, бейеп.

Шул саҡ сәхнәнән, йырлап-бейеп, байрамға хайуандар үтеп китә. Тик береһе лә уларға ҡарамай. Иң аҙаҡ Тейен күренә.

 

Төклө аяғың менән, Әтәс

 

 

 

Маймыл. Тейенкәй, мә аҡса, дуҫ булайыҡ. Үҙең менән мине лә ал!

Тейен. Дуҫлыҡты аҡсаға һатып алмайҙар. Һеҙҙең Әтәс ағайҙы алдағанығыҙҙы бөтә йәнлек белә. Шуға асыулылар. (Сыға.)

Төлкө менән Маймыл тағы ирешә.

— Һин ғәйепле!

— Һин башланың!

— Һин ҡоторттоң!

Ҡыш бабайҙың йыры ишетелә.

Яҡшы йыл булып килдем,

Бәхет килтерәм, тинем.

Кемдәрҙер көткән күптән,

Кемдәрҙер көткән күктән

Ҡыш бабай артынан Ҡарһылыу инә.

Ҡарһылыу. Эй, Ҡыш бабай, йомарт бабай,

Яғымлы һөйләшәһең,

Алып килгән бүләктәрҙе

Кемдәргә өләшәһең?

 

Төклө аяғың менән, Әтәс

 

 

Ҡыш бабай. Һеҙгә инде – байрамға килгән бөтә дуҫтарыма. (Төлкө менән Маймылды күреп ҡала.) Ә һеҙҙең ни эшләп танауығыҙ төшкән?

Төлкө. Беҙ, беҙ ни… Әтәстең юғалған тоғон таптыҡ.

Маймыл. Адашма. Урланыҡ, тиң.

Төлкө. Беҙ бөтәһен дә кире ҡайтарырбыҙ. Тик байрамға ғына индерегеҙ?!

Ҡыш бабай. Ҡояшта ла тап бар. Һеҙ ҙә яңылышҡанһығыҙҙыр. Ғәфү итәйекме, Ҡарһылыу?

Ҡарһылыу. Белмәйем. Башҡа дуҫтар ни әйтер?

Бөтәһе лә инә.

 

 

 

Әтәс (тоғон күреп ҡала). Бына тоғом, Ура! (Унан бүләктәр тарата.) Дөйә лә бүләк, төймә лә бүләк, әйҙә, дуҫтарым һыйланығыҙ (тик Төлкө менән Маймылға ғына бирмәй).

Ҡыш бабай (бөтәһенә лә ҡарап). Ғәйебеңде таныу – ярты төҙәлеү. Уларҙы ла был юлы кисерәйек.

Төлкө менән Маймыл алға сыға.

Икеһе алмашлап. — Ғәфү итегеҙ, дуҫтар?!

— Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын икән шул.

— Дуҫлыҡты хәҙер бер нәмәгә лә алыштырмабыҙ.

Әтәс. Тоғом табылды. Йыл минеке. Асыуым да бөттө. Әйҙәгеҙ, байрам итәбеҙ!

Бөтәһе лә бергә. Төклө аяғың менән, Әтәс ағай! Йылдар имен булһын! Бөтәһенә лә дуҫлыҡ, татыулыҡ, шатлыҡ, бәхеттәр теләйбеҙ. Яңы йыл ҡотло булһын!

Йыр башҡаралар.

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар