Мөғжизәле мәл
Просмотров 1 484
Иҫке йыл менән Яңы йыл араһында кескәй генә бер мәл бар. Донъялағы бөтә кешеләр шул мәлдә изге теләктәр теләй. Унда күпме көс!
Һеҙҙең дә, бәләкәй дуҫтарым, күңелдәрегеҙ киләсәккә өмөт, ышаныс менән тулған. Һеҙ ҙә шуға ныҡ көслө. Ҡулығыҙҙан килмәгән бер нәмә лә юҡтыр ул! Беҙ, өлкәндәр, һеҙгә ҡарап ҡыуанабыҙ, ғорурланабыҙ. Халҡыбыҙҙың яратҡан улдары һәм ҡыҙҙары, йомарт, эшһөйәр, илһөйәр булып үҫерһегеҙ тип ышанабыҙ. Һеҙҙең менән бүлешер шатлығыбыҙ бар. Китапханалар араһындағы «Иң яҡшы йыл китабы» республика конкурсында «Аҡбуҙат» журналы иң уҡымлы балалар журналы тип табылды! Яңы йыл яңы уңыштар алып килһен!
Баш мөхәррир Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА.
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар